Һүҙем – Әлкә ауылында йәшәүсе Ләлә Аҡшур ҡыҙы Кәримова тураһында. Ул ҡая таштар араһында урынлашҡан хозур тәбиғәтле Крәснәпүл хәҙерге Иҙрис ауылында 1953 йылдың 22 авгусында беренсе бала булып донъяға килгән. Тыуған ауылында башланғыс класты тамамлай, Малаяҙ интернат-мәктәбендә, 9-10-сы кластарҙа Әлкә урта мәктәбендә белем ала. Унан һуң Бөрө кооператив училищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса хеҙмәт юлын Арҡауыл ауылы сельпоһында башлай, унан Торналы, Әлкә сельпоһында бухгалтер булып эшләй. “Салауат” исемендәге колхозға бухгалтер булып күсеп, дүрт йыл эшләгәндән һуң, отҡор, тырыш ҡыҙҙы ауыл Советына эштәр идарасыһы итеп тәғәйенләгәс, Йоматау техникумында “юрист” һөнәрен үҙләштерә. 25 йыл эшләгәндән һуң, Ләлә Аҡшур ҡыҙын ауыл хакимиәте башлығы итеп һайлап ҡуялар. Хаҡлы ялғы сыҡҡансы 30 йылдан артыҡ эш стажы туплай. Бөтә ерҙә лә үҙ эшенә яуаплы ҡарай, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғырта: хакимиәткә ҡараған ауылдарҙы төҙөкләндереү, тирә-яҡ тәбиғәтте ҡурсалау, күп балалы ғаиләләргә, өлкән йәштәгеләргә ярҙам итеү өсөн тырыша.
Рәйес Тимербулат улы менән өс балаһын тәрбиәләп, һәр береһенә юғары белем алырға ла ярҙам иттеләр. Өлкән ҡыҙҙары Изольда әсәһе юлын дауам итеп, “Йоматау” техникумында, Башҡорт дәүләт аграр институтында уҡып, хәҙерге көндә “Янғантау” шифаханаһында бухгалтер булып эшләй. Улдары Радил Дыуан аграр техникумын тамамлағандан һуң Тыуған илде һаҡларға саҡырыла. Чечен республикаһында хеҙмәт иткән балаһын Хоҙай Тәғәләнән һаҡлауын ялбарған әсәнең теләктәре ҡабул була. Әрменән ҡайтҡас, улдары ла Рәсәй Эске эштәр министрлығының юғары мәктәбен уңышлы тамамлап, Малаяҙҙа эшләй. Кинйә ҡыҙҙары Лилиана Башҡорт дәүләт университетында белем алып, Малаяҙҙа тарих фәненән уҡыта. Кейәүҙәре, килене лә “инәй” тип өҙөлөп торалар. Хәҙер ейән-ейәнсәрҙәре лә “өләсәй-олатай” тип һағынып, ял һайын ҡайталар.
Ләлә Аҡшур ҡыҙы изгелекле, кеше йәнле, аш-һыуға оҫта, бөтә туғандар йылы ҡояшҡа һыйынғандай, уға ҡайтып, эс серҙәре менән уртаҡлаша. Яуаплы эшенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәренә ҡарамаҫтан, ул әсәһен, өләсәһен, хәләленең апаһын, бер туған һеңлеһен тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатты.
Үҙ көстәре менән 1983 йылда ауылда заманына күрә иркен, күркәм өй һалып керҙеләр. Ихата тултырып мал аҫырайҙар, ҡош-ҡорт ҡарайҙар, йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Тәҙрә төбөндәге гөлдәре, баҡсала төрлө-төрлө сәскәләре күҙ яуын алалар.
Әхирәттәре менән йыр ансамбле төҙөп, ауылда булған һәр бер концертта ҡатнашалар. Улар бергәләшеп кистәрен ултырып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләйҙәр, һалма ҡырҡалар. Баш ағинәй булараҡ, ауылдаштары ярҙамында милли кейем-һалым, эш ҡорамалдары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары йыйып этноөй йыһазландырҙылар. Бында төрлө яҡтан туристар килеп, боронғо йолалар менән таныша. Быйыл ауыл хакимиәте “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашты, шул айҡанлы Ләлә Аҡшур ҡыҙы менән Рәйес Тимербулат улының Алтын туйҙарын бөтә ауыл халҡы менән күркәм итеп ойошторҙолар. Апайым биш намаҙын да ҡалдырмай, Ислам нигеҙҙәрен өйрәнеп, имтихан да тапшырҙы.
Һинең изгелектәрең өсөн Хоҙай Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын. Йән тыныслығы, тән сихәте, сәләмәтлек, күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә-һүрелмәйенсә беҙгә йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйем.
Һеңлеһе Алия Ишбулдина.
Янғантау ауылы.