Бөтә яңылыҡтар

Ҡунаҡсыл һәм йомарт күңелле апайыбыҙ

Гөлдәй наҙлы, мөләйем, һөймәләкле, гел йылмайып ҡына торған кешеләр була беҙҙең арала. Тап шундай­ҙарҙан ул – Әлкә ауылында йәшәүсе апайым Зилә Мәлих ҡыҙы Третьякова.

Ҡунаҡсыл һәм йомарт  күңелле апайыбыҙ
Ҡунаҡсыл һәм йомарт күңелле апайыбыҙ

Мәлих Йосоп улы менән Миндинур Вахит ҡыҙы Кәримовтарҙың татыу ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Иң төпсөк бала булһа ла, ағаларына, апаларына ярҙам итеп, эшһөйәр булып үҫә.
Мәктәпте уҡып бөткәс, Зилә апайым Башҡорт дәүләт педагогия иститутының физика-математика факультетына уҡырға керә. Ҡулына диплом алған белгесте юллама буйынса алыҫ Байкал аръяғына, Чита ҡалаһына физика һәм математика уҡытыусыһы итеп ебәрәләр. Унда эшләп йөрөгәндә рус егете Николай менән сәстәрен сәскә бәйләп, ғаилә ҡоралар. Уларҙың мөхәббәт емештәре булып Елизавета һәм Ольга исемле ике ҡыҙы донъяға килә. 90-сы йылдарҙа үҙгәртеп ҡороу осоро башланғас, ғаиләһе менән тыуған яҡтарына ҡайтырға булалар. Әлкә ауылына ҡайтҡас, улар дәртләнеп донъя көтә башлай, ҙур итеп йорт һалып керәләр.
Зилә Мәлих ҡыҙы Әлкә урта мәктәбенә математика уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Һуңынан интернатта өлкән тәрбиәсе лә булып эшләй. Әлкә ауыл биләмәһендә эштәр идарасыһы, йәштәр эше буйынса белгес тә була. Бөгөн ул – клуб мөдире. Эшенә бик яуаплы ҡарай, концерттар, төрлө мәҙәни саралар, конкурстар гөрләп тора. Ауыл халҡы менән төрлө спектаклдәр ҡуялар. “Серҙәш” ансамблен ойоштороп, йырлап йөрөйҙәр. Әлкә ауыл хакимиәте һәм ауылдаштары менән берлектә “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә бик күп саралар үткәрҙе.
Зилә апайым егәрле, уңған хужабикә лә, баҡса тултырып емеш-еләк, йәшелсә лә үҫтерә. Ҡунаҡсыл һәм йомарт күңелле бул­ғанға, өйөнән һәр саҡ кеше өҙөлмәй. Ауылдаштары ла хөрмәт итә уны, итәғәтле, ярҙамсыллығы, ихласлығы менән абруй яулаған ул.
Ошо көндәрҙә Зилә Мәлих ҡыҙы Третьякова күркәм юбилейын билдәләй. Беҙ уға ныҡлы һаулыҡта, ғаилә именлегендә, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре изгелегендә ҡәҙер-хөрмәттәр күреп бәхетле оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ.

Лилиә Рамазанова.

Автор:
Читайте нас: