Эйе, ғүмер һуҡмағының йомғаҡтарын һүтә башлаһаң, ярты быуат үтеп тә киткән. Ошо арала күпме һыуҙар аҡҡан, күпме шатлыҡ-ҡыуаныстар, күпме хәсрәттәр, мәшәҡәттәр осраған. Ошо осорҙа гөрләтеп донъя көтөп, балалар үҫтереп, тыуған ауылыбыҙ, районыбыҙ, илебеҙ, тип янып йәшәгән, йәшлек дәрте менән һуғарылған йылдар ошо ваҡытҡа һыйған! Алтын туйға килеп еткән Рәйес Тимербулат улы һәм Ләлә Аҡшур ҡыҙының тормош һуҡмағын күҙ алдынан үткәрһәң, үкенерлек түгел үткәндәр.
Йомғаҡтың осонан башлаһаң, Рәйес һәм Ләлә бер мәктәптә, 1-се кластан 10-сы класҡа тиклем, бергә уҡып, оло тормош юлына аяҡ баҫҡандар. Мәктәп йылдарынан уҡ дуҫ булалар, һуңынан дуҫлыҡ тойғоһо оло мөхәббәткә әүерелә. Улар урта мәктәпте тамамлағас, тормошта үҙҙәренә оҡшаған һөнәр алыр өсөн икеһе ике яҡҡа юллана. Уҡып бөткәс, ең һыҙғанып эшкә тотоналар. Оҙаҡ та үтмәй, йәштәр сәстәрен сәскә бәйләп, тормош юлын бергә үтергә була. Рәйес һөйгәнен һоратып бара һәм йәштәр йәрәшеп тә ҡуялар.
Ошо көндән татыу пар ғаилә мәшәҡәттәренә сума. Тормошта осраған һынауҙарҙы, ҡаршылыҡтарҙы ла бергәләп еңеп, шатлыҡтарҙы уртаҡлашып, донъя мәшәҡәттәренә бирешмәйенсә, ғаилә йөгөн алға тарталар.
Яратҡан һөнәрҙәрен дә уңышлы башҡарып, шул арала 3 бала тәрбиәләп, Әлкә ауылының иң матур урынында күркәм итеп йорт та һалырға, кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырап, баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр үҫтереп өлгөрҙө улар. Эйе, тәҙрәнән ҡарап ҡына тәбиғәттең бөтә матурлығын күрергә, тәҙрәне асып, таңдарҙа ҡоштар һайрауын тыңларға була. Матурлыҡты күрә, тоя белгән кешеләрҙең күңелдәре лә матур, йөрәктәре лә изге. Шуға ла улар оло йәштәге өләсәһен, әсәһен һәм Мәрйәм апаларын да үҙ ғаиләләренә алып, матур итеп тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатты.
Ғүмер аҡҡан һыу, һүтелгән йомғаҡ кеүек шул. Яратҡан һөнәрен үҙләштергәс тә Рәйес еҙнәй Салауат исемендәге колхозда шофер булып эш башлай. Көнө-төнө, арымай-талмай, колхоз тарҡалғансы водитель, келәт мөдире, бригадир була, төҙөлөштә лә эшләп өлгөрә. Колхоз бөтһә лә, өйҙә генә ятмай ул, мәктәптә газ ҡаҙанлығы операторы, Әлкә ауыл хакимиәтендә водитель булып эшләп, 40 йылдан ашыу хеҙмәт стажы менән хаҡлы ялға сыға.
Ләлә апай кооператив техникумын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Арҡауыл совхоз рабкообында – ревизор, “Торналы” совхоз рабкообында бухгалтер булып эшләп ҡайта. Һуңынан Әлкә сельпоһында – бухгалтер, Салауат исемендәге колхозда ла бухгалтер булып 8 йыл эшләй. Әлкә ауыл советына секретарь булып эшкә күсерелә. Һуңғараҡ Әлкә ауыл хакимиәте башлығы итеп һайланып, хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо вазифала эшләй.
Хәҙерге көндә икеһе лә хаҡлы ялда булһалар ҙа, күптәрҙе һоҡландырып, бик әүҙем тормош алып баралар. Ләлә Аҡшур ҡыҙы 2013 йылдан алып ауыл биләмәһендәге Ағинәйҙәр ҡоро ойошмаһын етәкләй. Әйтергә кәрәк ауыл ағинәйҙәре бик әүҙем. Әлкә ауылы биләмәһендәге, район күләмендәге һәр сараның уртаһында йөрөйҙәр. Ләлә Аҡшур ҡыҙы, оҫта ойоштороусы, уңған ҡатын-ҡыҙ булараҡ, бөтә ергә өлгөрә. Ләлә апай күптән инде дин юлына баҫҡан, биш намаҙын ҡалдырмай, иртәләрен изге доғалары менән башлай, белгәндәрен башҡаларға ла өйрәтә. Абруйлы һәм хөрмәтле кеше Рәйес ағай ҙа һәр йәмәғәт эшендә лә әүҙем һәм ихлас ҡатнаша.
“Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була”, – тиҙәр. Уларҙың балалары ла атә-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Һәр береһе тормошта үҙ урынын тапты. Өс балаһын да аяҡҡа баҫтырып, юғары белем алырға ярҙам итеп, туйҙар яһап, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Балаларының һәр ҡайһыһының үҙ һөнәре бар, тырыш, эшлекле, үҙ эштәрен яуаплы башҡаралар. Оло ҡыҙҙары Изольда тормош иптәше Рөстәм Нәсибулла улы менән Янғантау ауылында йәшәй һәм эшләй, 2 бала үҫтерәләр. Улдары Радил менән килендәре Әлфиә Рәмил ҡыҙы, Комсомол ауылында йәшәй, 3 бала үҫтерәләр, Малаяҙ ауылында эшләйҙәр. Кесе ҡыҙҙары Лилияна менән кейәүҙәре Раил Булат улы ла Малаяҙҙа йәшәй һәм эшләп йөрөй. Уларҙың татыу ғаиләһендә 2 ҡыҙ үҫә.
Кәримовтарҙың инде ейән-ейәнсәрҙәре лә үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫырға әҙерләнә. Ейәндәре Данис Өфө ҡалаһында “Башкирэнерго”ла инженер булып уңышлы эшләп йөрөй, форсат сыҡҡан һайын яратҡан олатаһы менән өләсәһенә күстәнәс-бүләктәрен йөкмәп ҡайта. Икенсе ейәнсәре Элина ла, яҡындарын һөйөндөрөп, Өфө фән һәм технология университетының 4-се курсында тырышып уҡып йөрөй. Әле мәктәптә белем алыусы ейәнсәрҙәре лә, көн һайын шылтыратып, олатай, өләсәйҙәренең хәлен һорашып, үҙҙәренең уңыштары, ҡаҙаныштары менән уртаҡлашып торалар. Инде 70-әр йәшен тултырған, ярты быуат элек бергә уртаҡ оя ҡороп, балалар үҫтереп, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн дә бергә татып, оло тормош юлы үткән дан ғаилә парына артабан да бәхетле, ырыҫлы, һау-сәләмәт булып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
50 йыл ҡулға-ҡул тотоноп,
Пар аҡҡоштай ғүмер итәһегеҙ.
Ауыр саҡта һынмаҫ терәк булып,
Ғүмер һуҡмаҡтарын һүтәһегеҙ.
Ә беҙ һеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ,
Ихтирам ҙур һеҙгә ҡарата.
Лайыҡ парҙарҙың һеҙ иң лайығы,
Һеҙҙе күңел шуға ярата!