Бөтә яңылыҡтар
Татыу ғаилә - ил күрке
10 Октябрь 2022, 13:15

Матурлыҡ яратыусы Лида Абдрахман ҡыҙы

Нисә тапҡыр көҙҙәр һиңәБүләк итә матур гөлдәрен.Бәхет менән үтһен ғүмерҙәрең,Ҡотло булһын тыуған көндәрең! – тип әйтәбеҙ Әлкә ауылында тыуып үҫеп, шунда ғүмер итеүсе, бөгөн алтмыш йәшлек юбилейын билдәләүсе Лида Абдрахман ҡыҙы Дәүләтшинаға.

Матурлыҡ яратыусы Лида Абдрахман ҡыҙы
Матурлыҡ яратыусы Лида Абдрахман ҡыҙы

Ата-әсә наҙынан бик бәләкәйҙән уҡ тороп ҡалғас, Лиданы балалар йортона урынлаштыралар. Тормош мәктәбенең асыһын-сөсөһөн шунда үтергә тура килә сабый балаға. Ләкин Лида бирешә тор­ғандарҙан түгел. Тырышып педагогия училищеһын тамамлап, тәрбиәсе һөнәре алып, тыуған ауылына эшкә ҡайта.
Оҙаҡ йылдар Әлкә урта мәктәбендә пионер ойошмаһын етәкләй, һуңынан тәрбиәсе булып эшләй. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Лида Абдрахман ҡыҙы эшенә бик яуаплы ҡарай. Үҙ мәктәбендә генә түгел, район кимәлендә лә коллегалары уны балалар коллективын талантлы ойоштороусы, ижади һәм тәжрибәле тәрбиәсе булараҡ беләләр. Мәктәп яны баҡсаһы яҙын-көҙөн уның тырышлығы менән гөлдәргә күмелеп ултыра һәм конкурста һәр ваҡыт лайыҡлы урындар­ға эйә була, Лида Абдрахман ҡыҙының өйө лә ауыл уртаһында сәскәләргә күмелеп, тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра, ауылдаштарына ла сәскә үҫентеләре үҫтереп тарата. Матурлыҡ яратыусы кешенең күңеле изге, эшһөйәр тәрбиәсене уҡыусылары ла, уларҙың ата-әсәләре лә, коллегалары ла, ауылдаштары ла хөрмәт итә.
Хоҙай Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы донъяны йәмләүсе, нәҫелде дауам иттереүсе итеп яратҡан. Ғаилә ҡороу, бала табыу, бағыу – уның тәү бурыстарының береһе. Был бурыстарҙы ла Лида Абдрахман ҡыҙы лайыҡлы башҡарҙы. Тормош иптәше урал Һиҙиәт улы менән улдары Вилсунға юғары белем биреп, өйләндереп, бөгөн ейәндәре Шамил, Ильяс, ейәнсәре Яҙгөлдөң уңыштарына ҡыуанып йәшәйҙәр. Өйөндә оҫта хужабикә, улы менән килененә, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡәҙерле әсәй, өләсәй, ышаныслы терәк ул. Һәр ваҡыт “балаларым” тип өҙөлөп тора, уларға төрлөсә ярҙам итә. Йорт-ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫырай, йәшелсәне күпләп үҫтерә. Төрлө ҡайнатма, салаттар әҙерләй.
Алдағы тормошонда ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Рида Ғиниәтуллина.
Әлкә ауылы.

Автор:
Читайте нас: