Флора Сибәғәт ҡыҙы 1947 йылдың 17 сентябрендә Яубүләк ауылында ишле ғаиләлә тәүге бала булып донъяға килә. 1966 йылда, Өфөлә бухгалтерҙар курсын тамамлағандан һуң, ”Һарғамыш” совхозының Мәсетле бүлексәһендә хеҙмәт юлын башлай. Һуңынан тырыш, егәрле ҡыҙҙы ВЛКСМ-дың райком аппаратына статистика секторы мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Әммә йәш ҡыҙҙы бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу теләге Өфө педагогия училищеһына алып килә. Ул мәктәпкәсә тәрбиә биреү бүлеген тамамлағас, 1970 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Янғантау балалар баҡсаһы мөдире булып эшләй.
Тәүге балалар баҡсаһы дүрт ҡатлы йорттоң өс бүлмәле фатирында урынлаша. Сабыйҙар күп булыу сәбәпле, яңы балалар баҡсаһына мохтажлыҡ тыуа һәм 1973 йылда улар өсөн “Йәйғор” тип аталған матур бина ҡалҡып сыға.
Уны сафҡа индереү өсөн йәш етәксегә бик күп көс һалырға тура килә. Баҡсаны матди яҡтан тәьмин итеү ҙә уның иңенә төшә. Флора Сибәғәт ҡыҙы етәкселек иткән дәүерҙә балалар баҡсаһы төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай, “Балалар баҡсаһы – 1997” республика конкурсының лауреаты була. Уның район ғына түгел, төбәк-ара, республика кимәлендә үткәрелгән конференцияларҙа, кәңәшмәләрҙә ҡатнашып, коллегалары алдында бай тәжрибәһе менән уртаҡлашып яһаған йөкмәткеле сығыштарын йәш тәрбиәселәр бөгөн дә хәтерләй, эштәрендә уларҙы тәүсығанаҡ итеп ҡуллана. Әле лә балалар баҡсаһына ниндәй генә яңы быуын тәрбиәселәре эшкә килмәһен, хеҙмәттәштәре, ауылдаштары, яҡындары өсөн һәр яҡлап өлгө булған Флора Сибәғәт ҡыҙы беҙҙең коллективта көтөп алған ҡунаҡ.
Тормош иптәше менән улдары Азатты үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Борис Сирай улы баҡыйлыҡта инде.
Әлеге көндә Флора Сибәғәт ҡыҙы – һөйөклө әсәй, яғымлы өләсәй, кәңәшсе ҡәйнә, уңған хужабикә – умартасылыҡ менән шөғөлләнә, күҙ яуын алып торған сәскәләр, йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә.
Күп быуын тәрбиәселәренең остазын, етәксеһен, үҙ һөнәренең оҫтаһын күркәм ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, Янғантау балалар баҡсаһы коллективы исеменән оло хөрмәтебеҙҙе һәм рәхмәтебеҙҙе еткереп, ныҡлы һаулыҡ, яҡты, аяҙ көндәр теләп ҡалабыҙ.
Алиса КӘБИРОВА,
Янғантау балалар баҡсаһы мөдире.