Бөтә яңылыҡтар

Уларҙан өлгө алырлыҡ

Һәр ауылдың үҙенең билдәле, хөрмәткә лайыҡ кешеләре булған кеүек, беҙҙең ауылда ла шундай кешеләр, ғаиләләр бик күп. Шуларҙың береһе – Ринат һәм Рәүзидә Байгилдиндар.

Уларҙан өлгө алырлыҡ
Уларҙан өлгө алырлыҡ

Ринат Фазыльян улы Тирмән ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫеп, шул ауыл мәктәбен тамамлап, уҡытыусы һөнәренә эйә була. Ул иң тәүҙә – Боксит коррекцион мәктәп-интернатында, һуңынан Тирмән урта мәктәбенә күсеп, бына оҙаҡ йылдар инде унда физик культура дәрестәрен, спорт секцияларын алып бара. Йәйге осорҙа балалар менән еңел атлетика менән шөғөлләнәләр, ә ҡыш саңғы шыуалар. Уның уҡыусылары зона, Башҡортостан һәм Рәсәй кимәлендә гел еңеүҙәр яулап, призлы урындар алып тора. Тәрбиәләнеүселәренең өйҙәрендә бик күп миҙалдар, Почет грамоталары эленгән, ә мәктәп кәштәләре кубоктар менән тулған.
Ринат Байгилдин уҡыусыларҙы көслө рухлы, ихтыярлы, үҙ көстәренә һәр ваҡыт ышанырға, ғәҙеллекте яратырға, ауырлыҡтар килгәндә ҡаушап ҡалмаҫҡа өйрәтә. Уҡытыусы-тренерҙың спорт хәрәкәтен үҫтереүҙә, үҫмерҙәр араһында дөрөҫ, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙа өлөшө бик ҙур. Үҙ эшенең юғары һөнәри оҫтаһы булыуын Баш­ҡортостандың физик культура, спорт, туризм буйынса ведомстволарының, шулай уҡ Салауат районы хакимиәтенең, башҡа төрлө ойошмаларҙың тиҫтәләгән Почет грамоталары, наградалары раҫлай. 2013–2014 уҡыу йылдарында “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры” исеменә эйә булды. Шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы” билдәһе менән бүләкләнгән. 2021 йылда “Рәсәй Федерацияһының балаларҙы тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға индергән өлөшө өсөн почетлы хеҙмәткәре” тигән күкрәк билдәһенә лә лайыҡ булған.
Ринат Фазыльян улы Тирмән ауылының егәрле, аҡыллы ҡыҙына өйләнеп, бәхетле ғаилә ҡороп, өс ҡыҙ үҫтергәндәр. Ҡатыны Рәүзидә лә спортты яратыусы мөғәллимә. Иң тәүҙә медицина һөнәрен үҙләштереп, бер нисә йыл эшләгәндән һуң, уҡытыусыға уҡып, уҡытыу-тәрбиә биреү эшендә намыҫ менән эшләп, хаҡлы ялға сыҡты.
“Атаһынан күргән – уҡ юнған, әсәһенән күргән – тун теккән”, тип юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар. Ике ҡыҙы ла медицина юлын һайланы. Регина – Златоуст ҡалаһында врач-терапевт. Уртансы ҡыҙҙары Гөлназ Малаяҙ үҙәк район дауаханаһында офтальмолог булып уңышлы эшләп йөрөй. Уның тормош иптәше Руслан Гәрәев – ошо уҡ дауаханала врач-травматолог. Улар – бик белемле, шифалы ҡуллы, ауырыуҙарға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы табиптар.
Өсөнсө ҡыҙҙары Гүзәл Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлап, шунда уҡ эшкә ҡалған. Тырыш ҡыҙ аспирантурала ла уҡып сыҡты. Әлеге мәлдә фән кандидаты диссертацияһын яҡларға йөрөй.
Бына шундай матур, өлгөлө ғаилә йәшәй беҙҙең Тирмәндә. Райондаштарыбыҙ ундай күркәм ғаиләләрҙән өлгө алһын ине.
Фәғилә Хәкимова.
Тирмән ауылы.

Автор:
Читайте нас: