Бөтә яңылыҡтар
Татыу ғаилә - ил күрке
8 Декабрь 2021, 11:05

Йәшнәп йәшәлгән ғүмер

Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, педагогик хеҙмәт ветераны Шәрифуллина Зәбирә Ким ҡыҙы ошо көндәрҙә матур юбилейын – 60 йәшен билдәләй.

Йәшнәп йәшәлгән ғүмер
Йәшнәп йәшәлгән ғүмер

Зәбирә Ким ҡыҙы 1961 йылдың 3 декабрендә Мәсетле ауылында Мәмдүҙә һәм Ким Тажиевтарҙың 5 балалы ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Ул бәләкәй саҡтан уҡ бик теремек, тырыш бала булып үҫә, яҡшы уҡый, мәктәптең йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша, йырға, бейеүгә маһир була.
Тәүҙә Мәсетле һигеҙ йыллыҡ, унан һуң Малаяҙ интернат-мәктәбен тамамлай. Мәҙәниәткә, сәнғәткә булған һөйөүе уны Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына алып килә. Һуңынан Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын тамамлай. Хеҙмәт юлын Яңы Торналы урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Мәктәптә эшләү дәүерендә Шәрифуллин Валерьян Дарвин улына тормошҡа сыға һәм Лиана ҡыҙҙарына ғүмер бирәләр. Үкенескә ҡаршы, тормош иптәше был донъянан иртә китә.
Һуңынан район үҙәгенә күсеп, яңы ғына асылған Салауат Юлаев музейында ғилми хеҙмәткәр булып эш башлай. Бында ул ең һыҙғанып15 йыл эшләй.
Ҡыҙын уҡытыу, уны аяҡҡа баҫтырыуөсөн ул Өфөгә юллана. Лиана гимназияны уңышлы тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға инә, ә үҙе Өфө ҡалаһы Ордженикидзе районының 116-сы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Өфө ҡалаһы тик уңғандарҙы ғына ярата. Мәктәпкә эшкә килеү менән уны милли телдәр буйынса методик берекмә етәксеһе итеп ҡуялар. Уның етәкселегендә республиканың арҙаҡлы шәхестәре менән осрашыуҙар, уҡыусылары менән бергә “Изгелек ит” акцияһында ҡатнашып, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йортонда хәйриә концерттар ойоштора, аҙаҡтан ул традицияға инеп китә, республика буйынса үткәрелгән фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашып, алдынғы урындар яулай.
Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Тырыш хеҙмәте өсөн Зәбирә Ким ҡыҙы Өфө ҡалаһының Октябрь, Ордженикидзе райондарының, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының, “Аҡ тирмә” төбәк милли-мәҙәни үҙәгенең Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
2016 йылда ул Өфө ҡалаһының “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” тип таныла.
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте тигәндәй, 2018 йылда уға “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Зәбирә Ким ҡыҙы үҙенең ҡыҙы Лиана менән дә хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Бөгөн ул акушер-гинеколог һәм УЗИ врачы булып эшләй. Былтыр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Иң яҡшы йәш табибы” исеменә лә лайыҡ булды.
Бөгөн Зәбирә Шәрифуллина хаҡлы ялда, Мәсетле ауылында үҙенең олоғайған әсәһен ҡарай. Ҡош-ҡорт ҡарай, баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә, мул уңыш ала, ҡышҡылыҡҡа телеңде йоторлоҡ ҡайнатмалар ҡайната.
Бына шундай талантлы, уңған, күңел йылыһын башҡаларға ихлас өләшкән шәхес ул Зәбирә Ким ҡыҙы.
Гөлшат Шәмсетдинова.

Автор:
Читайте нас: