Бөтә яңылыҡтар

Ғаилә – иң ҡәҙерле төшөнсә

Малаяҙ ауылында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә байрам үткәрелде. Быйыл был күркәм сара яңы паркта, сағыу итеп биҙәлгән “Һөйөү йө­рәге” ком­позицияһы майҙансығында уҙҙы. Байрамды район Хакимиәте, мәҙәниәт һәм ЗАГС бүлектәре, Салауат Юлаев музейы, “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы, Ғаилә хеҙмәте ойошторҙо.

Малаяҙ ауылында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә байрам үткәрелде. Быйыл был күркәм сара яңы паркта, сағыу итеп биҙәлгән “Һөйөү йө­рәге” ком­позицияһы майҙансығында уҙҙы. Байрамды район Хакимиәте, мәҙәниәт һәм ЗАГС бүлектәре, Салауат Юлаев музейы, “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы, Ғаилә хеҙмәте ойошторҙо.
Тантаналы сараны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәнов асты.
– Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө – яңы байрам, әммә уның тамырҙары борондан килә. Ғаилә – ул иң ҡәҙерле төшөнсә. Сөнки яҡындарыбыҙ һәр ваҡыт хуплап, яҡлап, һәр хәлдән сығырға ярҙам итә. Бигерәк тә оҙаҡ йәшәүсе парҙар, күп балалы ғаиләләр һоҡланыу тойғоһон уята. Бәхетле, ишле ғаиләләр күп булһын беҙҙә, – тип сығыш яһаны ул.
Айгиз Әхмәтйәнов Ишембай ауылынан алтын парҙар Данис һәм Ғамира Нәсибуллиндарға “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” Рәсәй миҙалын тапшырҙы. Уларға райондың ЗАГС бүлеге начальнигы Анастасия Сергеева Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хатын һәм бүләген бирҙе.
Байрамда Малаяҙ ауылынан 50 йыл бергә йәшәүсе Айбирҙе һәм Зина Нәбиуллиндар, Гәүһәр туйҙарын билдәләгән Ҡәнзәфәр һәм Миңниса Ғәйнетдиновтар ҙа республика Башлығының ҡотлау адресы һәм бүләге менән бүләкләнде.
Был сарала күп балалы йәш ғаиләләр ҙә иғтибарһыҙ ҡалманы. Райондың йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Илгиз Бәҙретдинов 13 йәш ғаилә һәм гражданға торлаҡ сертификаттары тапшырҙы.
Район мәҙәниәт йорто артистары Илфат Ямалиев һәм Лилиә Динисламова дуэты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йәш популяр йырсы, яҡташыбыҙ Айгиз Ханов йыр-моң бүләк итте.
Ғаилә байрамы “Балалар коляскаһы фестивале” һәм “Ғаилә ағасы” акцияһы менән тамамланды.

Мөхәббәтле һәм тоғро ғаилә

Ишембай ауылында йәшәүсе Данис Рәхимйән улы һәм Ғамира Бәҙретдин ҡыҙы Нәсибуллиндар быйыл 50 йыл бергә татыу йәшәүҙәрен – Алтын туйҙарын билдәләй. Ошо һоҡланғыс пар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
Ғаилә башлығы Данис Рәхимйән улы ғүмер буйы ауылдың элекке “Восток” колхозында эшләй. Электрик та, келәт мөдире лә була. Ә 1987 йылдан 1991 йылға тиклем Ишембай ауыл советы рәйесе вазифаһын тарта.
Уның ҡатыны Ғамира Бәҙретдин ҡыҙы ла хужалыҡта хеҙмәт итә. Ул оҙаҡ йылдар “Восток” колхозының баш иҡтисадсыһы эшен башҡара.
Нәсибуллиндар Леонид, Илдус һәм Алия исемле өс бала үҫтерә. Өлкән улдары Ишембайҙа төпләнгән, икенсе улдары ғаиләһе менән Малаяҙҙа йәшәй. Ҡыҙҙары ла ауылда ҡалған, Ҡатау-Тамаҡта эшләй.
Бөгөн Данис һәм Ғамира Нәсибуллиндар 9 ейән-ейәнсәре шатлығын кисерә. Улар ауылда ла ҙур хөрмәт менән файҙалана.

Коляскалар парады

Ғаилә байрамы сиктәрендә “Балалар коляс­каһы фестивале” булды. Конкурста балалары менән биш әсә ҡатнашты.
Һәр ғаилә коляскаһын үҙенсәлекле итеп биҙәгәйне. Мәҫәлән, Малаяҙ ауылынан Ғүмәровтар – сәскә, Юдиндар – умартасы һәм бал ҡорттары, Татар Малаяҙынан Ғәзимовтар ҡурсаҡ итеп эшләгәйне. Әсәләр балалары менән коляскала майҙанға сығып, тамашасыларға үҙҙәрен таныштырҙы.
Һөҙөмтәлә беренсе урынды Малаяҙ ауылынан Ирина Юдина, ҡыҙы Ульяна, улдары Максим, Матвей һәм Лиана Ғүмәрова ҡыҙҙары Милана, Йәсминә менән алды.
Икенсе урында – Татар Малаяҙынан Индира һәм ҡыҙы Амелия Ғимаевалар, Айгөл һәм уның ҡыҙы Асель Ғәзимовалар. Ә өсөнсө урынға Малаяҙ ауылынан Анжела Зәйнуллина улдары Сыңғыҙ һәм Наил менән сыҡты.
Конкурста ҡатнашыусыларға йәштәр сәйәсәте комитеты, “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы, район ҡатын-ҡыҙҙар советынан грамоталар, бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: