Бөтә яңылыҡтар

АЛТЫН ТУЙ – БӘХЕТ ЙОМҒАҒЫ

Салауат районында өлгөлө, һикәлтәле ғүмер юлдарынан матур атлаусы, оҙаҡ йылдар бер-береһен хөрмәт итеп йәшәүсе ғаиләләр бихисап. Быйыл Рәфиға һәм Адик Муфазаловтар (Татар Малаяҙы ауылы), Данис һәм Флүрә Нурғәлиевтар (Мөсәт), Әҡлимә һәм Рим Хадыевтар (Илтәй), Рафаил һәм Сәриә Хәжиморатовтар (Тирмән), Шәрифйән һәм Рәүзиә Мирхәйҙәровтар, Григорий һәм Ғәлиә Пестриковтар алтын туйҙарын билдәләй. Шул йәһәттәр район мәҙәниәт йортонда юбилярҙарҙы ҡотлау тантанаһы уҙҙы. Өлгөлө ғаиләләрҙе матур байрамдары менән район башлығы урынбаҫары Гүзәл Сәфиуллина, ЗАГС бүлеге начальнигы Анастасия Сергеева ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе. Юбилярҙарға Республика башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хаты һәм бүләктәр тапшырылды.

Салауат районында өлгөлө, һикәлтәле ғүмер юлдарынан матур атлаусы, оҙаҡ йылдар бер-береһен хөрмәт итеп йәшәүсе ғаиләләр бихисап. Быйыл Рәфиға һәм Адик Муфазаловтар (Татар Малаяҙы ауылы), Данис һәм Флүрә Нурғәлиевтар (Мөсәт), Әҡлимә һәм Рим Хадыевтар (Илтәй), Рафаил һәм Сәриә Хәжиморатовтар (Тирмән), Шәрифйән һәм Рәүзиә Мирхәйҙәровтар, Григорий һәм Ғәлиә Пестриковтар алтын туйҙарын билдәләй.
Шул йәһәттәр район мәҙәниәт йортонда юбилярҙарҙы ҡотлау тантанаһы уҙҙы. Өлгөлө ғаиләләрҙе матур байрамдары менән район башлығы урынбаҫары Гүзәл Сәфиуллина, ЗАГС бүлеге начальнигы Анастасия Сергеева ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе. Юбилярҙарға Республика башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хаты һәм бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: