Бөтә яңылыҡтар
Татыу ғаилә - ил күрке
19 Февраль 2020, 21:39

АЛТЫ ӘСӘ МИҘАЛ АЛДЫ

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров күп балалы әсәләрҙе “Әсә даны” миҙалы менән бүләкләне.Республика Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, был миҙалға 50 ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булды. Салауат районынан 6 әсә ошо тантанаға барҙы.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров күп балалы әсәләрҙе “Әсә даны” миҙалы менән бүләкләне.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, был миҙалға 50 ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булды. Салауат районынан 6 әсә ошо тантанаға барҙы.
– Беҙгә райондан автобус бүлделәр, бик яҡшы итеп йөрөп ҡайттыҡ. Барыһына ла рәхмәт, – тип шатлығы менән уртаҡлашты Көҫәпәйҙән биш бала әсәһе Миләүшә Мирсаяпова.
Ул 19 йыл “Янғантау” шифаханаһында эшләй, туҡланыу залында – оператор. Ире Замир Зәки улы Өфөгә вахта менән йөрөй. Балаларының дүртеһе мәктәптә уҡый, иң бәләкәйенә – 5 йәш.
Һарғамыш ауылынан Альбина Ғәйнетдинова, Әлкәнән Таңсулпан Йәғләмүнова (икеһе лә – йорт хужабикәһе), Бишәүҙәрҙән Ләйсән Ғәлимова, Торналынан Гөлнара Зарипова һәм Янғантауҙан Гөлнара Ханова ла (улар барыһы ла “Янғантау” шифаханаһында эшләй) “Әсә даны” миҙалы менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: