Бөтә яңылыҡтар

Зиннуровтар миҙалға лайыҡ

Малаяҙ ауылында ойошторолған байрам сиктәрендә бындай миҙал Әлкә ауылынан Ирек һәм Альмира Зиннуровтарға бирелде. Улар 44 йыл ҡулға-ҡул тотоноп, тырышып донъя көткән өлгөлө ғаилә.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө бөтә ил буйынса киң билдәләнә, йылдан-йыл төрлөләнә, уға арналған саралар уҙғарыла. Шуларҙың береһе – ғаилә ныҡлығы менән башҡаларға өлгө күрһәткән, бергә татыу ғүмер иткән, балаларын илдең ысын гражданы тип үҫтергән парҙарҙы “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләү.
Малаяҙ ауылында ойошторолған байрам сиктәрендә бындай миҙал Әлкә ауылынан Ирек һәм Альмира Зиннуровтарға бирелде. Улар 44 йыл ҡулға-ҡул тотоноп, тырышып донъя көткән өлгөлө ғаилә.
Ирек Мөхәмәт улы Әлкә ауылынан булһа, Альмира Шәрәфетдин ҡыҙы Мишкә районы Татарбай ауылы ҡыҙы. Улар Бөрө педагогия институтында уҡығанда танышып, ике йәш йөрәк бергә ҡушыла. Иң тәүҙә улар Тирмән ауылында, һуңынан Әлкә мәктәбендә эшләй. Ғүмерҙәрен балаларға тәрбиә, белем биреүгә арнаған уҡытыусылар халыҡ, коллегалары араһында ихтирам яулай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Ирек Мөхәмәт улы физика, математика, тарих фәненән уҡытһа, Альмира Шәрәфетдин ҡыҙы балаларға немец телен өйрәтә. Абруйлы уҡытыусыларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте бихисап Маҡтау грамоталары менән билдәләнгән.
Зиннуровтар өс ҡыҙға ғүмер биреп, уларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн ҙур көс һала. Бөгөн ҡыҙҙарының барыһы ла үҙ-аллы тормош ҡорған. Ейән-ейәнсәрҙәре олатай-өләсәйҙәренең ҙур шатлығы.
Бөгөн дә ҡура тултырып мал, баҡсала емеш-еләк, йәшелсә үҫтереүсе Зиннуровтар ғаиләһе маҡтауға лайыҡ. Артабан да уларға бергә тигеҙ ғүмер итеп, алтын, бриллиант туйҙарын да билдәләргә яҙһын.
Читайте нас: