Бөтә яңылыҡтар

Балаларым, ирем, мөхәббәтем – Ғаиләне терәп торған өс таған

Район мәҙәниәт йортонда, Салауат Юлаев музейында күркәм байрам сараһы үтте

Был байрамды ғаилә символы булған изгеләр Петр менән Февронияны иҫкә алыу көнө тип тә йөрөтәләр.

Законлы никахын тап ошо тарихи датала теркәүселәр ҙә уның мөғжизәле көсөнә ышана. Матур дата­ларҙа Мендельсон вальсы көнө буйы тынмай. Ун минут һайын тиерлек бер никах теркәлә. Беҙҙең район­да иһә был көндө дүрт пар үҙ мөнәсәббәтен законлаштырҙы. Айрат һәм Венера Зама­новтар, Нияз һәм Алина Ғәзимовтар, Радик һәм Гөлназ Сәйфуллиндар, Ринар һәм Зәлифә Исмәғилевтар никахтарын теркәне.

Йәштәрҙең байрамы Салауат районының ЗАГС бүлеге, мәҙәниәт йорто, Салауат Юлаев музейы хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән бик матур итеп ойошторолдо. Тантаналы сараға алтын туйҙарын билдәләгән – 50 йыл татыулыҡта йәшәгән Әлкә ауылынан Альмира һәм Ирек Зиннуровтар ҙа саҡырылғайны.

Тантаналы сараны асып, алып барыусы был байрамдың килеп сығыу тарихына байҡау яһаны. ЗАГС бүлеге начальнигы Гөлнур Бәширова йәштәргә һәм саҡырылған ҡунаҡтарға иң изге теләктәрен еткереп, йәштәрҙең никахтарын теркәне. Ҡотлау һүҙе менән йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Илгиз Бәҙретдинов, ауыл биләмәләре башлыҡтары, йәштәрҙең ата-әсәләре, туғандары сығыш яһаны.

Сара барышында Зиннуровтар ғаиләһе Рәсәй Президенты Указы нигеҙендә булдырылған "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” үҙенсәлекле миҙалы менән бүләкләнде. ( Улар тураһында тулыраҡ гәзиттең киләһе һан­дарында уҡығыҙ. )

Районда матур һандар аҫтында тыуған балаларҙың ата-әсәләрен тантаналы рәүештә тәбрикләү матур йолаға әүерелде. Байрамға районда 100-сө булып тыуған Янғантау ауылынан Самира Сәмиғуллина һәм уның ата-әсәләре саҡырылғайны. Гөлнур Нәфис ҡыҙы ошондай иҫтәлекле ваҡиға менән ихлас ҡотланы, баланың тыуыу тураһында таныҡлығы менән бергә бүләк тапшырҙы, ғаиләгә һаулыҡ, тыныслыҡ, донъя ҡыуаныстары теләне. Бынан тыш, шул көндәрҙә малайҙары тыуған Малаяҙ ауылынан Фидан һәм Гөлсәсәк Фәйзуллиндар ғаиләһе лә тантаналы рәүештә тәбрикләнде. Таһирҙың ата-әсәһенә уның тыуыу таныҡлығы һәм иҫтәлекле бүләк бирелде.
Читайте нас: