Бөтә яңылыҡтар

Мөғжизәле коляскалар парады

Бөтә Рәсәй Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан уҙғарылған “Коляскалар парады” – сағыу күренешкә әүерелде.

Йыл да үткәрелгән был ғаилә байрамында ябай балалар коляскаларын ысын мәғәнәһендә уникаль транспорт сараһына әйләндереүселәрҙе күрергә мөмкин.
Быйыл конкурста ете ғаилә ҡатнашты. Ата-әсәләр коляскаларҙы төрлө төҫтәге шарҙар, туҡымалар менән биҙәне. Байрамда “Тиҙ ярҙам”, “Ҡурсаҡ” һәм башҡа үҙенсәлекле коляскалар булды. “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы хеҙмәткәрҙәре ата-әсәләр өсөн төрлө ҡыҙыҡлы ярыштар ҙа ойошторҙо. Һөҙөмтәлә, Анастасия Бакумец ҡыҙы менән еңеү яуланы. 1-се - Гөлназ һәм Әлфир Шәйәхмәтовтар, 2-се – Анастасия Сергеева Арина ҡыҙы менән, 3-сө урынға Светлана Булатова улы менән лайыҡ булды. Төрлө номинацияларҙа Илмира Солиева Камилла һәм Карина ҡыҙҙары менән, Венера Исмәғилева Айназ улы менән, Индира Ғимаева Амелия ҡыҙы менән (һүрәттә) еңеүсе булды. Конкурста ҡатнашыусыларға бүләктәр һәм Маҡтау грамоталары тапшырылды.
---------
В конкурсе приняли участие 7 колясок. Победитель конкурса Бакумец Анастасия с дочкой , 1 место заняли Шаяхметовы Гульназ и Альфир, сын Ильназ, 2 место- Сергеевы Анастасия со старшей дочерью Ариной,, 3 место- Булатова Светлана с сыном Ранелем. Номинацию "Семейный экипаж" присудили семье Солиевым Ильмире, дочкам Камилле и Карине, "Счастья много не бывает"- семье Исмагиловым Венере и сыну Айназу, "Самая сказочная коляска" - семье Гимаевым Индире и Амелие. Все участники получили памятные подарки и грамоты.
Читайте нас: