Бөтә яңылыҡтар

“Уны тыңлайым да, үҙемсә эшләйем”

Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, Загс бүлеге начальнигы Гөлнур Бәши­рова юбилярҙарға иң изге теләктәрен еткереп, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәби­ровтың ҡотлау хатын һәм бүләк тапшырҙы. 50 йыл бергә тигеҙ ғүмер иткән Яңы Ҡаратаулы ауылында йәшәүсе Шәрәфет­динов­тар ҙа унда бар ине.

Малаяҙҙа үткән район башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау конференцияһы барышында оҙаҡ йылдар бергә ғүмер иткән өлгөлө парҙарҙы алтын юбилейҙары менән ҡотлап үттеләр.

Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, Загс бүлеге начальнигы Гөлнур Бәши­рова юбилярҙарға иң изге теләктәрен еткереп, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәби­ровтың ҡотлау хатын һәм бүләк тапшырҙы. 50 йыл бергә тигеҙ ғүмер иткән Яңы Ҡаратаулы ауылында йәшәүсе Шәрәфет­динов­тар ҙа унда бар ине.

Әлфиә һәм Тимерйән Шәрәфет­диновтар бар ғүмерен намыҫлы хеҙмәткә бағышлаған хөрмәтле кешеләр. Ғаилә башлығы Тимерйән Шакир улы оҙаҡ йылдар Салауат исемендәге колхозда шофер булып эшләй. Тырыш, эшһөйәр ир уҙаманы гел алдынғылар рәтендә була, бихисап Маҡтау грамоталарына эйә. Хатта район чемпионы булараҡ, тәүге “Жигули” машинаһы ла тап уға эләгә.

Тимерйән Шакир улы үҙе кеүек дәртле, тырыш, бар яҡҡа уңған Ҡыйғы районы һылыуы Әлфиә Ҡаһир ҡыҙын осратып, ике йәш йөрәк ғаилә ҡора. Район тарихында ул тәүге комсомол туйы булараҡ уйылып ҡала.

-– Беҙ өйләнгән йылдарҙа бар нәмә дефицит ине. Магазиндан штапель туҡыма һатып алып, уның өҫтөнә капрон һалып тектерҙек. Шул минең туй күлдәгем булды. Фатаны ла шул капрондан килештереп эшләгән булдыҡ. Шулай уҡ магазиндан 45 тинлек балдаҡтар ҙа һатып алдыҡ. Ул ваҡытта райкомдың беренсе секретары Риф Вахитов ине. Ә никахыбыҙҙы ауыл советы рәйесе Заһир Ғәлиуллин теркәне, – тип хәтирәләр йомғағын һүтә Әлфиә Ҡаһир ҡыҙы.

Шунан бирле өлгөлө ғаилә ҡулға-ҡул тотоношоп, шатлыҡтарҙы, ҡайғыларҙы ла уртаҡлашып, 50 йыл бергә татыу донъя көтә. Әлфиә Ҡаһир ҡыҙы ғүмерен балаларға белем биреүгә арнап, хаҡлы ялға сыҡҡансы Яңы Ҡаратаулы мәктәбендә башлағыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Шәрәфетдиновтар өс балаға ғүмер биреп, уларҙы башлы-күҙле итә. Ҡыҙҙары Гөлшат, Гөлназ һәм улдары Рифат, үҙ ғаиләләрен ҡороп, Өфөлә йәшәй. Ейән-ейәнсәрҙәре һәм бүләсәләре – уларҙың төп ҡыуаныстары.

Шәрәфетдиновтар бөгөн дә өйҙә тик кенә ултырмай, ҡура тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырай, баҡсала емеш-еләк, йәшелсә үҫтерә.

“Оҙон-оҙаҡ татыу бергә йәшәүҙең сере нимәлә?” – тигәнгә, Әлфиә Ҡаһир ҡыҙы былай тип яуап бирҙе:

– Тормошта төрлө ваҡыттар була. Бер фекергә килмәгән, аңлашмаған мәлдәрҙә иремде тыңлайым да, әммә үҙемсә эшләйем. Бар нәмә ҡатын-ҡыҙҙан тора, тип иҫәпләйем. Йәштәр түҙемлерәк булһын, бер-береһен аңларға тырышһын ине, – ти ул.

Лиана МӨҒИНОВА.
Читайте нас: