Бөтә яңылыҡтар

Әсә наҙы барыһына ла етә

Мәсетле ауылында йәшәүсе Исламғоловтар ғаиләһе 11 бала үҫтерә...

Фидан менән Финзираның өйләнешкәненә быйыл егерме йыл ғына тула. Улар икеһе лә – бер ауылдан. Йәштәр тыуған Мәсетлеһендә төпләнә. “Янғантау” шифаханаһында эшләйҙәр.

Исламғоловтар өс балаға ғүмер бирә. Хәҙер инде улдары Раушан Малаяҙҙа Дыуан күп профилле колледжы филиалында – өсөнсө курста, ҡыҙҙары Гөлшат Өфөлә Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатының 9-сы класында уҡый. Иң кескәйҙәре Диана балалар баҡсаһына йөрөй, быйыл мәктәпкә бара.

Тырыш ғаилә ауылдың ситенә генә ҙур итеп өй һалып керә. Ә 2014 йылдан алып бөгөнгә тиклем улар 8 баланы үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырған. Тәүҙә балалар йортонан Ангелина менән Гөлшатты алып ҡайталар. Ике йылдан Максимды, аҙаҡ Оляны тәрбиәгә алалар. Быйыл йыл башында бер туғандар Александр, Денис, Аняны атайлы, әсәйле итәләр. Яңыраҡ ҡына тағы ла Саша исемле малайҙы үҙҙәренең ишле ғаиләһе ҡарамағына алалар. Балаларҙың өлкәнерәктәре мәктәптә уҡый, баҡсаға йөрөй, кескәйҙәре әсәләре менән өйҙә ултыра. Финзира Мәүлит ҡыҙы сабыйҙарҙы ҡарар өсөн декрет ялына сыҡҡан.

– Беҙ үҙебеҙ, ирем дә, мин дә, күмәк балалы ғаиләлә үҫкәнбеҙ. Шуға сабыйҙар тәрбиәләүҙең ауырлығын күрмәйбеҙ, – ти мәрхәмәтле әсә.

– Улар үҙ-ара татыу, бер-береһен ҡарашып, ярҙам итешеп үҫәләр, – тип, ҡатынының һүҙен йөпләй ғаилә башлығы Фидан Рәүис улы.

Исламғоловтар үҙ йорттарында һәр балаға айырым бүлмә булдырған. Ҡалалағыса шарттарҙа йәшәйҙәр: газ, һыу үткән һ.б. уңайлыҡтар бар. Йәйге осорҙа ҡош-ҡорт алып үҫтерәләр, 6 баш умарта тоталар. Киләсәктә мал алырға ла йыйыналар. Фидан балта оҫтаһы булһа, Финзира аш-һыу бешереүгә маһир.

Изге күңелле ата-әсәгә, уңған ишле ғаиләгә бәхетле тормошта һәр балаһының шатлығын, игелеген генә күреп йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Әлбиттә, әсәй кешене һәм уның ҡыҙҙарын Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: