Бөтә яңылыҡтар

Телең барҙа – илең бар!

Быйыл Ғаилә йылына арналған асыҡ республика конкурс-фестиваленең беренсе этабы һәр районда урындағы башҡорт ҡоролтайы менән берлектә уҙғарылды. Уның исеме лә есеме менән тап килә: “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы”.

Быйыл Ғаилә йылына арналған асыҡ республика конкурс-фестиваленең беренсе этабы һәр районда урындағы башҡорт ҡоролтайы менән берлектә уҙғарылды. Уның исеме лә есеме менән тап килә: “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы”.

Конкурстың төп маҡсаты – милли мираҫты: туған телде, рухи традицияларҙы, йола­ларҙы быуындан-быуынға һаҡлап килгән һәм йәмғиәттә өлгө күрһәткән ғаиләләрҙең тәжрибәһе менән уртаҡ­лашыу. Ҡатнашыусылар үҙ сығыштарында ғаиләлә туған телдә аралашыуҙы һәм быуындар күсәгилешлеген сағылдырып, тәрбиә өлгө­ләрен күрһәтергә тейеш ине.

14 февралдә Мөрсәлим ауыл клубында башланған конкурс 22-дә Янғантау мәктәбендә тамамланы. Конкурста 9 ауыл билә­мәһенән ғаиләләр ҡатнашты. Мөрсәлимдә, Әлкәлә, Арҡауылда, Лағырҙа, Янғантауҙа – биш ауыл биләмәһендә матур йөкмәткеле, сағыу тамашалар, ысынлап та, фестиваль кимәлендә үтте.

Ғаилә – йәмғиәттең бишеге, тормошто дауам итеүсе киләсәгебеҙҙе үҫтереү менән шөғөлләнеүсе иң мөһим организм. Сәхнәгә сығыу өсөн үҙ баһаңды эстән генә тойомлау ғына етмәй, уны күңелең менән ҡабул итеп, аңларға һәм кешеләргә күрһәтергә ҡыйыулыҡ та бик кәрәк. Конкурстың талаптарын барыһы ла еренә еткереп үтәргә тырышты. Туғыҙ ғаиләнең һәр береһе жюриҙең күңелен үҙҙәренә генә хас үҙенсәлеге менән арбаны, уларҙың ижади табыштарына, тырышлығына һоҡланып, районыбыҙ таланттары өсөн ҡыуанып ҡараныҡ был сығыштарҙы. Конкурс сығыштарын ҡарағандан һуң тыуған тәьҫораттар менән жюри күҙлегенән уртаҡлашмаҡсыбыҙ.

Мөрсәлим ауылы клубына килеп инеү менән йылы хәтирәләр еле солғап алды. Сәхнә өләсәйҙәр заманындағыса ауыл өйө итеп ҡул эштәре менән биҙәлгән, түргә бишек эленгән. Йыйнаҡ, йәмле залға йыйылышҡан Мөрсәлим һәм Тирмән халҡы яҡшы кәйеф менән үҙ ауылдаштарын яҡлап ҡеүәтләргә әҙер ине. Тирмәндән Гөлнара менән Илшат Нәбиевтар ғаиләһендә өс бала тәрбиәләйҙәр. Бик берҙәм, татыу ғаилә. Өләсәйҙәре Сәриә Фазлетдин ҡыҙы үҙенең тағы ла ике ейәнен дә туғандарына ярҙамға йәлеп иткән, быуындар күсәгилешлегенең ысынбарлығын иҫбатлай был күренеш. “Бәпес ҡайтыу” йолаһын килештереп башҡарҙылар, биш йәшлек Илнара башҡорт халҡының мәшһүр эпосы “Урал батыр”ҙан өҙөктө илһамланып һөйләгәндә үҫеп килгән быуындың рухи сәләмәтлеге, боронғо ауыҙ-тел ҡомартҡыларына булған ыңғай ҡарашы өсөн шатланып ултырҙыҡ.

Денис һәм Алгиза Әлибаевтар ғаиләһе – Мөрсәлимде үҙ итеп, унда оя ҡороп, балалар үҫтергән йәш ғаиләләрҙең береһе. Уларҙың сығышында ла ғаилә ҡиммәттәре, балаларҙы туған телгә һәм туған халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫына хөрмәт рухында тәрбиәләү нигеҙҙәре асыҡ сағылды.

Әлкә клубына халыҡ күп йыйылғайны. Залда ут насар, һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, матур тамаша килеп сыҡты. Клуб, китапхана һәм улар ҡарамағында тупланған әүҙем һәүәҫкәр артистар йөкмәткеле, күңелгә ятырлыҡ тотош бер спектакль эшләне, тиһәк тә хата булмаҫ. Ағинәйҙәр етәксеһе Ләлә Кәримова үҙе лә “Өләсәйем һандығы” программаһын сәхнәләштереүҙә ҡатнашты. Быуындар бәйләнеше килешле күрһәтелде.

Йәғләмүновтар – тәү ҡарамаҡҡа бик ябай ғаилә. Атай кешенең ҡаушау, тулҡынланыу хистәре йөҙөнә сыҡһа ла, ҡыҙҙарының ҡыйыу итеп бер сәхнә булып рәхәтләнеп тамаша күрһәтеүенә һоҡланыу һәм ғорурлыҡ тойғолары Йәнтимергә йән өрҙө. Ә сәхнәлә эшлекле ҡиәфәттә бер кереп тә бер сығып йөрөүсе сабый – Йәғләмүновтарҙың биш ҡыҙының берҙән-бер ҡустыһы – барлыҡ тамашасының кәйефен күтәрҙе. Бик бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, тамсы ла мыжыманы, егеттәрсә сабыр, тыйнаҡ булып әсәһенә ярҙам итеп торҙо. Бөгөн йәш ғаиләләрҙең күпселеге бер-ике бала менән сикләнә. Шуның өсөн дә бик ябай ғаилә түгел шул Йәғләмүновтар – бар яҡтан өлгөлө, уңған, берҙәм һәм татыу, үҙ көсөнә ышанып, ауылдаштарын һоҡландырып донъя көтөүсе дан ғаилә!

Ишембайҙан Ғәҙелшиндар – районда ғына түгел, республика күләмендә танылған ижади ғаилә. Ралим Риф улы – мәктәп йылдарынан башлап бөгөнгә ҡәҙәр сәхнә түрендә дәртле бейеүҙәре, өҙҙөрөп гармунда уйнауы менән танылыу алған районыбыҙҙың данлыҡлы уҙаманы, тыуған ауылының “Бирҙәш” бейеү ансамбле етәксеһе, халҡыбыҙҙың ижады өлгөләрен һаҡлап үҫтереүгә бар тырышлығын һалып, ижади табыштары менән райондаштарын ҡыуандырыусы шәхес. Һуңғы йылдарҙа халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы ауыл биләмәһе башлығы булып хеҙмәт итә. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән. Ғәҙелшиндарҙың йөкмәткеле сығышы халҡыбыҙ мәҡәленең дөп-дөрөҫ икәнлегенә тағы бер инандырҙы. Риф ағайға атаһы Ғабит уҙаман үҙе менән яу юлдары үткән гармунын аманат итеп ҡалдырған. Бөгөн туҡһанды ваҡлаған Риф олатай тылсымлы гармун моңона улдары Ралим менән Фәнилде ғашиҡ иткән. Алты тиҫтә йыл татыу ғаилә усағын дөрләтеүсе Фәрзәнә инәй халыҡ педагогикаһына нигеҙләнеп, ейәндәре уңған, миһырбанлы, бар яҡлап өлгөлө булһын өсөн бар көсөн һала.

Арҡауыл ауылының йылы, яҡты мәҙәниәт усағына бәйгеселәрҙең көйәрмәндәре, ауылдаштары йыйылғайны. Биләмә башлығы Луиза Хәбир ҡыҙының шәхсән етәкселегендә һәүәҫкәр артистар, балалар, музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Ғаилә йылы айҡанлы сағыу һәм фәһемле тамаша әҙерләгән.

Арҡауыл ауыл биләмәһенең данын арттырыр өсөн Алмаз менән Зарина Әхтәровтар ғаиләһе майҙан тотто. Өлгөлө, талантлы, әүҙем ғаилә. Әхтәровтар атай яғынан – районда һәм республикала билдәле көрәшселәр нәҫеле, өләсәй яғынан танылған музыкант, баянсылар. Алмаз ошо традицияларҙы үҙ ғаиләһе менән лайыҡлы дауам итә. Сәхнә түрендә башҡорт телендә йөрәк һүҙен електәргә үткәрерлек итеп әйтә алдылар атайлы-ҡыҙлы Әхтәровтар. Зөһрә – 9-сы класс уҡыусыһы, бәләкәйҙән сәхнәлә өҙҙөрөп бейей, ҡустыһы Айгиз ҡурайҙа матур ғына уйнай. Өләсәйҙәре Земфира Бәрүәз ҡыҙы, бәләкәй ейәнсәрен алып, Лағыр ауылынан килеп еткән. Баянын ҡулына алып, “Башҡорт теле” йырын башҡарыуы сараны илаһи бейеклеккә күтәреп ебәрҙе.

Таймый ауылы исеменән конкурста ҡатнашыусы Жанна Фәхриева айырым ихтирамға лайыҡ – татар мөхитендә йәшәһәләр ҙә, үҙ эстәлеген юғалтмай, балаларында туған ил һәм туған тел тойғоларын бәйләүсе ысын башҡорт һылыуҡайы ул!

Лағыр ауыл клубында Ғибаҙуллиндар ғаиләһе бәйгегә сыҡты. Биш бала тәрбиәләп үҫтереүсе был ғаиләнең ауылдаштары алдында абруйы ҙур. Атай кеше эшенән бушамай конкурсҡа килә алмаһа ла, оло улдары Адис һеңлекәштәренең тел белеү кимәлен, йыр-моң, бейеүгә маһирлығын йомғаҡлап, иман һүҙҙәре менән залға өндәште. Клуб сәхнәһендә Лағырҙың үҙешмәкәр артистары Назар Нәжмиҙең “Гармунсы дуҫ” әҫәрен ошо көндәрҙә уйнағайнылар. Адис үҙе башҡарған ролдән монолог һөйләп, башҡорт теленең фекер теүәллеген, тәрәнлеген һәм матурлығын күрһәтте.

Лағыр клубы хеҙмәткәрҙәре темаға ярашлы концерт номерҙары әҙерләгән. Кәйефте ҡырғаны – залдың буш булыуы. Мәктәп коллективы был сараға битараф ҡалған, ауыл хакимиәте дәүләт күләмендә иғлан ителгән – йыл девизын – Ғаилә йылын – мөһим тәрбиәүи сараға әүерелдереүҙе кәрәк тип тапмаған.

Янғантауҙан Вадим менән Алһыу Ғибаҙуллиндар ғаиләһе конкурс ғаризаһы менән танышҡанда уҡ һоҡланыу ҡатыш ҡыҙыҡһыныу тыуҙырғайны. Йәш ғаиләлә ике пар игеҙәктәр үҫә: ҡыҙҙар 4-се класта уҡый, ә малайҙарға әле өсәр йәш. Ғаиләнең сығышы сағыу тамашаға әйләнде. Башҡалар менән сағыштырғанда иң килешле, йөкмәткеле танышыу программаһын күрһәтте улар. Башҡорт халҡының йолаларын, ауыҙ-тел ҡомартҡыларын тулы итеп, матур һәм дөрөҫ башҡарырға уларға ярҙамға Алһыуҙың тыуған ауылы Айҙаҡайҙан әсәһе һәм туғандары килеп еткән.

Мәсетле ауыл биләмәһе өсөн Мөфтәхетдиновтар ғаиләһе сығыш яһаны. Гөлфиә менән Әнүәрҙең ғаиләһендә өс ҡыҙ үҫә. Бик килешле, ижади табыштарға бай сығыштарының авторы ла, режиссеры ла, төп башҡарыусыһы ла Гөлфиә Таһир ҡыҙы– үҙенсәлекле талант эйәһе.

Ошо матур, йырлы-бейеүле тамашаны Янғантауҙа йәшәүселәргә күрһәтеп булманы. Бөтә донъяға билдәле исемле Янғантауҙа клуб бинаһы булмауы ҡыҙғаныс, әлбиттә. Графиктың тәүге варианты боҙолмаһа, башҡа берәй ауыл халҡы ҡарап кинәнер ине. Әлегә жюри өсөн генә сығыш булды был.

Йомғаҡлау һүҙе

Ғаилә конкурстары быға тиклем дә төрлө формала үткәрелә килде. Бөгөнгө конкурс башҡорт ғаиләләренең туған телде, рухи традицияларҙы, йолаларҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса йәмәғәт эшмәкәрлеген әүҙемләштереү маҡсатында үткәрелде. Ауыл хакимиәтенең бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәре араһында ғаиләләр менән эшләү иң тәүгеләренең береһе булып тора. Ошо мөһим эшкә ҡайҙа нисек ҡарайҙар икәнен конкурс “көҙгөһө” аша ап-асыҡ күрҙек. Бар уңайлыҡтар булдырып, конкурс сығыштарын үҙ биләмәһендә ҡабул итеүсе Мөрсәлим, Әлкә, Арҡауыл, Лағыр ауыл хакимиәттәре башлыҡтары Альберт Садиҡов, Руслан Низамов, Луиза Хәйретдинова, Зәбир Ситдиҡовтар, улар менән бергә ғаиләләр ярышын матур сәхнә тамашаларына әйләндереүҙе ойошторған Тирмән, Ишембай, Янғантау, Мәсетле ауыл хакимиәттәре башлыҡтары Минтаһир Исрафилов, Ралим Ғәҙелшин, Алис Нәбиев, Адик Асҡаровтар ҡуйылған мәсьәләнең әһәмиәтен дөрөҫ аңлап, үҙҙәренең вазифауи бурыстарын тулыһынса үтәнеләр. Шул уҡ ваҡытта ҙур потенциаллы Салауат ауыл биләмәһенең Ғаилә йылының тәүге башланғыс сараһында ҡатнашмауы бик йәл. Битарафлыҡмы был, һанға һуҡмаумы, әллә ябай наҙанлыҡмы? Вазифа биләүселәрҙең эштәре башҡаларҙыҡынан артығыраҡмы әллә район үҙәгендә? Ике ҙур мәктәп, ике ҙур балалар баҡсаһы, профучилище, район мәҙәниәт йорто коллективтары – ни тиклем ижади көс! Әлбиттә, ойошторорға теләк булғанда, ойоштороу һәләте булғанда! Торналыла, Нәсибашта, Малаяҙ, Первомайский ауыл биләмәләрендә лә рухлы башҡорт ғаиләләре бар, әлбиттә. Тағы ла күңелде ҡырғаны шул – конкурста башлыса биләмәләрҙең төп ауылдарынан ғына ғаиләләр булды. Иҙелбайҙа, Ташауыл, Урмантау, Ҡарағол, Сүрәкәй, Башҡорт Илсекәйе, Ахун, Көҫәпәй, Шәрәктә – күпме уларҙа ижади күңелле, өлгөлө башҡорт ғаиләләре!

Халҡым тел тыуҙырған.

Бөйөк бер телә!

Теле үлмәҫ, үҙе үлмәһә...

Үҙе үлмәҫ, күрер киләсәкте,

Үҙен-үҙе әгәр күммәһә...

Тик ниңә һуң ҡай бер ул-ҡыҙҙары

Ғәмһеҙ ҡарай уның юлына?

Шул ғәмһеҙлек күҙгә күренмәгән

Көрәк тотмағанмы ҡулына?

Рәми Ғариповтың йөрәк түренән янып сыҡҡан аманаттарын оноторға хаҡыбыҙ юҡ! Ғәмһеҙлек һәм битарафһыҙлыҡ һаҙлығына батмайыҡ, райондаштар! Ғаилә – башҡорт ғаиләһе – телебеҙ һағында ҡалҡан булып баҫһын! Беҙҙең бәйгелә ҡатнашыусы һәр ғаилә сикһеҙ ихтирамға лайыҡ, уларға артабанғы тормоштарында хәйерле бәрәкәт теләйек.

“Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” асыҡ республика конкурс-фестиваленең район этабында Арҡауыл ауылынан Алмаз һәм Зарина Әхтәровтарҙың ғаиләһе еңеүсе булды һәм улар “Теле барҙың – иле бар” йүнәлешендә билдәләнде. Әхтәровтар 1 мартта Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән Башҡорт ғаиләһе көнө байрамында һәм фестивалдең гала-концертында ҡатнашыу хоҡуғын алды.

Бәйге һөҙөмтәһе буйынса бүтән ғаиләләр номинация менән бүләкләнде:

“Ғаиләм – ҡәлғәм” – Йәнтимер һәм Таңсулпан Йәғләмүновтар (Әлкә);

“Быуындар бәйләнеше” – Ралим һәм Раушания Ғәҙелшиндар (Ишембай);

“Иманлы ғаилә” – Гөлсибәр, Дим Иҫәнбаевтар – Ғибаҙуллиндар (Лағыр);

“Ижади ҡараш” – Әнүәр һәм Гөлфиә Мөхтәхетдиновтар (Мәсетле);

“Оҫта ҡулдар” – Денис һәм Алгиза Әлибаевтар (Мөрсәлим);

“Бирешмә!” – Жанна Фәхриева (Таймый);

“Өләсәйем һандығы” – Гөлнара, Илшат Нәбиевтар (Тирмән);

“Халҡым теле – хаҡлыҡ теле” – Вадим һәм Алһыу Ғибаҙуллиндар (Янғантау)


  • Көнһылыу ҒӘЛИЕВА,
    район башҡорттары ҡоролтайы
    һәм жюри рәйесе.

Читайте нас: