Бөтә яңылыҡтар
Татыу ғаилә - ил күрке
20 Февраль 2018, 10:59

Башҡорт рухы булһын һәр өйҙә

Халҡыбыҙҙың көслө булыуы уның ныҡлы, рухлы ғаиләләренән башлана. Районда күркәм, халҡыбыҙҙың ғорурлығы булған матур-матур башҡорт ғаиләләре бихисап. Тирмән ауылынан Әлибаевтар ғаиләһе шундайҙарҙан.

Халҡыбыҙҙың көслө булыуы уның ныҡлы, рухлы ғаиләләренән башлана. Районда күркәм, халҡыбыҙҙың ғорурлығы булған матур-матур башҡорт ғаиләләре бихисап. Тирмән ауылынан Әлибаевтар ғаиләһе шундайҙарҙан.
Алик Әхтәм улы һәм уның тормош иптәше Гөлсинә Рәмил ҡыҙы икеһе лә Тирмән ауылынан. Ғаилә башлығына колхозда механик, һуңынан Боксит коррекцион мәктәп-интернатында тәрбиәсе, тимер юл станцияһында монтер, бригадир һәм башҡа эш урындарында эшләргә тура килә. Бөгөн ул Себерҙә вахта ысулы менән эшләй. Уның ҡатыны колхозда иҡтисадсы, баш бухгалтер, шулай уҡ Боксит коррекцион мәктәп-интернатында бухгалтер була. Бөгөн ул – Тирмән ауылы биләмәһенең эштәр идарасыһы. Улар икеһе лә тырыш хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
Әлибаевтар 30 йыл иңгә-иң терәшеп, бер-береһенә терәк булып донъя көтә. Улар ғаилә ҡотон һаҡлауға, төрлө ҡиммәттәрҙе үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫкәндәргә илһөйәрлек, эскерһеҙлек, тоғролоҡ, ябайлыҡ, кешелеклелек, ярҙамсыллыҡ һәм башҡа ыңғай сифаттар хас тиҙәр. Ысынлап та, Әлибаевтар ике балаға ғүмер биреп, уларҙы ысын шәхес итеп тәрбиәләй. Улдары Анил Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлап, бөгөн уңышлы эшләп йөрөй. Ҡыҙҙары Алина Башҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад факультетында 4-се курста белем ала. Бөгөн улар икеһе лә үҙ ғаиләләрен ҡорған. Алик Әхтәм улы һәм Гөлсинә Рәмил ҡыҙы олатай, өләсәй булыу бәхетенә лә ирешкән.
Өлгөлө ғаилә йорт тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырай, баҡсала йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә. Яңыраҡ Әлибаевтар юбилейҙарын билдәләне. Алик Әхтәм улына – 55, ә Гөлсинә Рәмил ҡыҙына 50 йәш тулды. Уларҙы был күркәм байрамдары менән тәбрикләп, ошо юбилярҙар кеүек башҡорт рухлы, өлгөлө ғаиләләр районыбыҙҙа күберәк булһын ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Читайте нас: