Бөтә яңылыҡтар
Татыу ғаилә - ил күрке
2 Февраль 2018, 11:41

Ҡулдарында – Бәхет ҡошо

Бәхет! –Ҡыҫҡа бер һүҙ. Һәр кем уныңҮҙенсәрәк аңлай мәғәнәһен.Мин тик шуны беләм: кешенең ул –Бер ҡасан да туймаҫ нәмәһе! –бәхет ҡошоң –ошо тормошоң!...

Бәхет! –
Ҡыҫҡа бер һүҙ.
Һәр кем уның
Үҙенсәрәк аңлай мәғәнәһен.
Мин тик шуны беләм:
кешенең ул –
Бер ҡасан да
туймаҫ нәмәһе! –
бәхет ҡошоң –ошо тормошоң!...
тип яҙған Рәми Ғарипов. Һәр кемебеҙҙең бәхет ҡошо тураһындағы уй-хыялдарына тура килә шағирҙың был һүҙҙәре. Ғүмерең буйы ҡошон эҙләйһең, тик берәүҙәр таба, ә икенселәр, өсөнсөләр... Бәхет ҡошоң – ошо тормошоң. Ләкин шул тормош юлын нисек үтәһең бит әле. Йәнә, шағир әйтмешләй, “бына ҡайҙа мәсьәлә”.
Ғүмер юлдарын 50 йыл бергә етәкләшеп уҙыусы Мәйсәрә Фәтҡулла ҡыҙы менән Әхмәҙи Солтан улы Йыһанғәлиндар, бәлки, әлеге Бәхет ҡошон тотҡандарын аңлап та етмәйҙәрҙер, сөнки донъя мәшәҡәттәре, көндәлек ығы-зығы менән ғүмер ағышын да һиҙмәйһең шул.
Ахун ауылы егете Әхмәҙи менән алыҫ Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы ҡыҙы Мәйсәрәне Стәрлетамаҡ пединститутының шаулы студент йылдары таныштыра һәм ҡауыштырып та ҡуя. Бер төркөмдә уҡыһалар ҙа, институтты бер үк йылда тамамларға тура килмәй уларға: Әхмәҙи Йыһанғәлин 2-се курста уҡып йөрөгәндә әрме сафтарына алына. Алыҫ Амур өлкәһендә ракета ғәскәрҙәрендә элемтәсе булып өс йыл хеҙмәт итә ул. Армиянан ҡайтҡанда курсташтары уҡыу йортон тамамларға әҙерләнә, ә ул йәнә 2-се курс өсөн ҡышҡы сессияһын уңышлы ябып, уҡыуын дауам итергә лә, институтта бейеү түңәрәген етәкләргә лә, Ленин исемендәге балалар йортонда, һөнәрселек училищеһында эшләргә лә өлгөрә. Ҡыҫҡаһы, уҡырға ла, эшләргә лә ваҡытын да, көсөн дә таба. Шулай булмай ни, әсәһенең, һуғыш яланында һәләк булған кавалерист Солтан Йыһанғәлиндың тол ҡатыны Нәфисә әбейҙең, студент улына матди ярҙам итерлек мөмкинлеге булмай.
“Бейеү түңәрәге алып барғанда институтта физматта уҡып йөрөгән үҙебеҙҙең район егете Фәрит Хәйровты баянсы итеп алдым, йырсы Ғүмәр Әбделмәнов та шунда эшләй ине. Каникул ваҡытында әҙерәк аҡса эшләү ниәте менән райондарға концерт менән йөрөр инек, – тип хәтерләй Әхмәҙи ағай шаулы студент йылдарын. – Шуныһы әһәмиәтле: бәхетемдәндер, тормош юлымда яҡшы кешеләр осрап торҙо. Яңы ғына урта мәктәпте тамамлаған малай көйө ул саҡтағы мәғариф министры булып эшләгән Фатима Мостафинаның үҙенә барҙым. Диплом алып, үҙебеҙҙең районға эшкә ҡайтҡас та төрлө йылдарҙа роно мөдирҙәре булып эшләгән Риф Зарипов, Марс Нафиҡов, райком секретары Мәрйәм Кәримова, Арҡауыл мәктәбе директоры Рим Искәндәров, “Һарғамыш” совхозы директоры Рәшит Кинзин һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙҙылар”.
Арҡауыл, Ишембай, Мәсетле, Ахун мәктәптәрендә, Өфө ҡалаһының бер нисә уҡыу йортонда завуч, директор булып эшләй Әхмәҙи Солтан улы. 40 йылдан ашыу педстаждары булған ветеран-уҡытыусылар Арҡауыл урта мәктәбе коллективын бөгөн дә һағынып иҫкә ала. РФ Мәғариф алдынғыһы Әхмәҙи Йыһанғәлин, ниндәй генә мәктәптә эшләмәһен, хор, бейеү түңәрәктәрен ойоштороп, уҡыусылары менән республика, зона, район конкурстарында, фестивалдәрҙә гел призлы урындар ала. Балаларҙа сәнғәт донъяһына һөйөү уятып ҡына ҡалмай, уларҙы мәҙәниле, әхлаҡлы итеп тәрбиәләүҙә лә нигеҙ һала.
“Арҡауылда эшләгәндә халыҡ театры асырға, йәнә тиҫтәләгән бейеүҙәремде сәхнәгә сығарырға өлгөрмәнем, шуға йөрәгем әрней”, – ти Әхмәҙи ағай, әсенеп. Йәл!
1968 йылдың 30 ғинуарында ғаилә ҡорған Мәйсәрә Фәтҡулла ҡыҙы менән Әхмәҙи Солтан улы Йыһанғәлиндар. Өс ҡыҙға ғүмер биреп, бөгөн дүрт ейән-ейәнсәргә, өс бүлә-бүләсәгә олатай-өләсәй булып бәхетле ғүмер кисерәләр. Атай-әсәй – балаларына, ә балалар уларға терәк-таяныс, ярҙамсы. Шулай йәшәгәндә генә Бәхет ҡошон тоттом, тип әйтергә хоҡуҡлыһыңдыр.
Уҡытыусы Йыһанғәлиндар күпме йәш быуынға белем, тәрбиә биргән. Уларҙың уҡыусылары бөгөн үҙҙәре ҡарттай-ҡәртнәй. Ғүмер йомғағы шулай тәгәрәй ҙә тәгәрәй икән.
“Шуға шатланам: тыуған ауылымда бына тигән мәктәп бинаһы һалдырыуға өлгәштем. Уны сафҡа индереүҙә ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә рәхмәтлемен”, – ти Ә. С. Йыһанғәлин.
Бына шулай ауылдаштары, милләте өсөн башҡарған изге эштәренән кинәнес табып йәшәй ветеран-уҡытыусылар. Парлы тормош юлығыҙ оҙон, һикәлтәһеҙ булһын. Бәхет ҡошоғоҙ – тормошоғоҙ болотһоҙ булһын!
Нурия Яруллина.
Читайте нас: