Бөтә яңылыҡтар
Татыу ғаилә - ил күрке
19 Ғинуар 2018, 11:49

Матурлыҡ һәм мөхәббәт байрамы

Ғаилә йылы йәш парҙарҙы һәм алтын туйҙарын билдәләгән ғаиләне ҡотлау сараһынан башланды

Ныҡлы ғаилә – ул илдең терәге, нигеҙе. Иңгә-иң терәшеп, оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән ғаилә парҙарын тәбрикләү беҙҙең районда матур йолаға әйләнде. Салауат районы загс бүлеге һәм район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре был юлы ла юбиляр парҙарға матур байрам әҙерләне.
Был көн алтын парҙарға ғына түгел, ә ғаилә тормошона аяҡ баҫырға теләүсе йәштәргә лә бәхетле мәл булып йөрәк түрендә оҙаҡ һаҡланыр. Загс бүлеге начальнигы Анастасия Сергеева йәш парҙар Динис Ғилметдинов менән Юлиә Фәтҡуллина, Руслан Ишморатов менән Гөлназ Йәнгироваларҙың никахтарын теркәп, уларға иң изге теләктәрен еткерҙе. Шулай уҡ байрамға һоҡланғыс, йәш быуынға өлгө булырлыҡ алтын парҙар – Лағыр ауылынан Рәүеф һәм Мәүлиә Яруллиндар ҙа саҡырылғайны. Улар ысын бәхет сығанағына әүерелгән ныҡлы ғаилә ҡороп, 50 йыл бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәгән хөрмәтле пар.
– Ошондай матур, татыу ғаиләләр күберәк булһын ине, сөнки алтын туйға тиклем йәшәү бик һирәктәр өлөшөнә генә төшә, – тине Анастасия Юрьевна юбилярҙарға республика Башлығының ҡотлауын һәм бүләген тапшырғанда.
Юбиляр парҙарҙы балалары, ә йәштәрҙе яҡындары ҡотлап, йылы һүҙҙәрен әйтте.
Читайте нас: