Бөтә яңылыҡтар
Татыу ғаилә - ил күрке
11 Ғинуар 2018, 16:00

Ҡул арты еңел булһын!

Йонос ауылынан Рита һәм Азат Байдәүләтовтарҙың улдары яңы йылда тәүге бәпес булып донъяға килде

Яңы йылдың ун көнөндә бөтәһе 8 сабый тыуған: 5 малай, 3 ҡыҙ. Улар барыһы ла Мәсәғүт перинаталь үҙәгендә яҡты донъяға килгән. Ә бына 2018 йылда районда иң тәүге бәпес булып Йонос ауылынан Байдәүләтовтар ғаиләһенең улдары тыуҙы.
Йәш ғаилә уға Ильяс тип исем ҡушты. Тимәк, ғәрәп телендә ул бик ныҡ, еңелмәҫ, тигәнде аңлата. Йонос егете Азат Флорис улы менән Мәсетле ауылы һылыуы Рита Борис ҡыҙы 2016 йылдың декабрендә өйләнешкән. Ильяс – уларҙың беренсе балалары һәм тәүге шатлыҡтары. Ғаилә башлығы – шофер, Себерҙә эшләй, Рита – юғары белемле юрист. Атай-әсәй булыу бәхетен татыған йәштәрҙе һәм әүҙем хәбәрсебеҙ Гөлнур Байдәүләтованы өләсәй булыуы менән ҡотлайбыҙ. Бәпестәре үҙҙәренә иш булып, иҫән-һау үҫһен!
Ир кеше тәүҙә керһә, йыл уңышлы була, тиҙәр. Бәләкәс Ильястың да ҡул арты еңел булһын. Районыбыҙҙа бәпестәр тыуып торһон, ғаиләләр ишәйһен. Был бигерәк тә быйылғы Ғаилә йылында мөһим. Юҡҡа ғына ил Президенты ла, республика Башлығы ла тыуымды арттырыу, ғаиләләрҙе дәртләндереү маҡсатында бер-бер артлы указдар ҡабул итмәне бит.
Читайте нас: