Спорт
7 Июля , 04:52

Башҡортостан «Туриада – Йүрүҙән 2026» фестивален ҡаршылай

8-13 июлдә Салауат районында, «Янғантау» геопаркында инвалидтар араһында спорт туризмы буйынса «Туриада – Йүрүҙән 2026» XIII Бөтә Рәсәй фестивале үтәсәк.

Башҡортостан «Туриада – Йүрүҙән 2026» фестивален ҡаршылайБашҡортостан «Туриада – Йүрүҙән 2026» фестивален ҡаршылай
Башҡортостан «Туриада – Йүрүҙән 2026» фестивален ҡаршылай

13 йыл тарихы бар

Был ваҡыт эсендә Туриадаға бөтә Рәсәйҙән: Башҡортостандан, Татарстандан, Ҡырым, Чечен, Луганск һәм Донецк республикаларынан, Пермь крайынан, Мәскәү, Воронеж, Кемерово, Төмән, Мурманск, Свердловск, Ульяновск, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән һәм Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан командалар килде. Һуңғы йылдарҙа МХО ветерандары ла команда ағзаһы була. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте командаһы ҡатнаша.

Үҙенсәлекле фестиваль 

Бында инвалид кешеләрҙе социаль интеграциялау өсөн шарттар булдырыла, сәләмәт йәшәү рәүешенә, спорт, туризм менән шөғөлләнеүгә һәм үҙ мөмкинлектәрен асыуға ҡыҙыҡһыныу арта. Палаткалы лагерҙа тәбиғәттең көнкүреше һәм тормошо, күнекмәләр, ярыштар, еңеүҙәр, наградалар, шулай уҡ айырым берҙәмлек, ярҙам һәм дуҫлыҡ мөхите. Тәбиғи ландшафт үҙенсәлектәре һыу, тау дистанцияларында һәм йөрөү сараларында ярыштар ойошторорға мөмкинлек бирә.

2023 йылда фестивалгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та килде. «Был фестиваль – инвалид булыуына ҡарамаҫтан, кешенең иң ҡатмарлы һынауҙарҙы еңеп сыға алыуына асыҡ миҫал. Был һәммәһе өсөн дә өлгө», тине Радий Хәбиров.

Ойоштороусылары

Фестивалде Рәсәй инвалидтарының спорт союзы, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте ойоштора. Сараны үткәреүҙә Рәсәй Федерацияһының Спорт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығы, Рәсәйҙең Спорт туризмы федерацияһы һәм Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһы ярҙам күрһәтә. Туриаданың партнерҙары – Салауат районы Хакимиәте һәм «Янғантау» шифаханаһы.

Проект 2025 йылға Рәсәй Хөкүмәтенең туризм өлкәһендәге премияһына лайыҡ булған

– Проект тарихы 25 йыл элек башланды, коляскала йөрөгән кешеләр менән Йүрүҙән йылғаһы буйлап ағып төшә торғайныҡ, – ти проектты ойоштороусы, Рәсәй инвалидтарының спорт союзы президенты, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Флүр Нурлығаянов, – Һуңынан беҙгә башҡа төбәктәрҙән туристар ҡушыла башланы, һәм беҙҙең идеябыҙ Бөтә Рәсәй Туриадаһына тиклем үҫте. Туризм ҙур реабилитациялау ҡеүәтенә эйә, бында һәр ҡатнашыусы Башҡортостандың гүзәл тәбиғәте менән үҙ-ара килешеп, үҙенең иң яҡшы физик һәм рухи сифаттарын аса һәм күрһәтә.

Ильвира ХАФИЗОВА.

«Рәсәй инвалидтар спорт союзы» матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас