Спорт
14 Апреля , 06:32

Башҡортостандан өс боксер Өфөлә халыҡ-ара титулдар өсөн көрәшәсәк

24 апрелдә Өфө донъя бокс үҙәге буласаҡ. Турнирҙың төп ваҡиғаһында – “БЕТСИТИ.IBA.PRO 17” ярышында рингҡа урындағы кумир, 34 йәшлек Артур Собханғолов (11-0, КО-5) сыға.

Башҡортостандан өс боксер Өфөлә халыҡ-ара титулдар өсөн көрәшәсәкБашҡортостандан өс боксер Өфөлә халыҡ-ара титулдар өсөн көрәшәсәк
Башҡортостандан өс боксер Өфөлә халыҡ-ара титулдар өсөн көрәшәсәк

IBF версияһы буйынса еңел ауырлыҡта 12 раундлы дәғүәселәр алышында уның дәғүәсеһе Тажикстандан Баходур Усмонов (12-0, КО-5) була. Ике бокссы ла профессиональ рингта еңелеү белмәй һәм донъя рейтингыһында юғары позициялар биләй (Собханғолов IBF – та 8-се, Усмонов 11 – се). Был матчта еңеп сығыу триумфаторҙы мөмкин тиклем хәҙерге билбау эйәһе, американ Рэймонд Мораталла менән чемпионат алышына яҡынайтасаҡ. Турнир башҡорт бокс мәктәбенең триумфы булырға вәғәҙә итә:

- Азалия Әминева, Брикс уйындары йондоҙо, Нигериянан Синтия Огунсемилораға ҡаршы алышта WBA Asia билбауына дәғүә итә.

- Данис Ғабдрафиҡов Wba Asia East титулы өсөн Ҡаҙағстандан Рахат Сәйетжанға ҡаршы көрәшә.

“Матч ТВ” телеканалы масштаблы шоуҙы тура трансляциялай, тип хәбәр итә “Молодежная газета”.

12+

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас