Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Сентябрь 2025, 12:59

Салауат районында бокс мәктәбе Әлкә ауылында үҫешә

Был спорт төрө менән районда 25 бала шөғөлләнә

Салауат районында бокс мәктәбе Әлкә ауылында үҫешә
Салауат районында бокс мәктәбе Әлкә ауылында үҫешә

Өфөлә 26 сентябрҙә “IBA.PRO 9” тип аталған бокс буйынса ҙур турнир буласаҡ. Ошо уңайҙан беҙ Салауат районында был спорт төрөнөң үҫеше хаҡында һөйләйбеҙ.

Салауат районында бөгөн бокс менән 25 бала шөғөлләнә. Әлкә ауылы спорт залында райондың Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе (ДЮСШ) филиалы эшләй. Бокс мәктәбе 2015 йылда Омск казармаһы емерелеү һөҙөмтәһендә фажиғәле һәләк булған десантсы Ранис Алтынбаевтың исемен йөрөтә. Балаларҙы был спорт төрөнә тренер, МХО ветераны Руслан Низамов өйрәтә.

– Мин бокс менән бәләкәйҙән ҡыҙыҡһына торғайным. Ул ваҡытта уның өсөн ауылда шарттар булманы. Турник эшләп, ҡапсыҡҡа ҡом тултырып груша яһап, бер ни тиклем үҙемде күнектерҙем, – ти Руслан Ғәлимйән улы үҙенең был спорт төрөнә килеүе хаҡында. – Өйләнеп, балалар үҫкәс, уларҙы ла үҙ-үҙен яҡлай алырлыҡ спортсы иткем килде. Оло улым Вадимға – 10 йәш, икенсе улым Илнурға биш йәш тулғас, уларҙы күрше Силәбе өлкәһенең Кропачево ауылына бокс түңәрәгенә йөрөттөм.

Малайҙар өс йыл рингта күнекмәләр үтә. Вадим Өфөгә интернатҡа уҡырға киткәс, Руслан Илнур менән өсөнсө улы Нурисламды Ҡатау-Тамаҡ спорт һарайына килтерә. Унда балаларға бокс серҙәрен сығышы менән Яхъя ауылынан тренер, бокс буйынса спорт мастеры Илдар Мөлөков төшөндөрә. Илдар Зариф улы менән танышып, һөйләшеп, улдары менән бергә үҙе лә аҙнаһына ике тапҡыр тренировкаларға йөрөй башлай. Шунда уҡ ауыр атлетика менән дә шөғөлләнә. Төрлө турнирҙарҙа ҡатнашып, 39 йәшендә разрядҡа тапшыра. Сөнки буласаҡ тренерҙар ошо һынауҙы үтергә тейеш була.

2015 йылда Руслан Низамов Әлкә ауыл советы биләмәһе башлығы булып һайлана. Ауыл йәштәре менән бергә иҫке мәктәптең спорт залында секция ойоштора. Пермдә дистанцион белем алып, бер йыл эсендә тренер-уҡытыусы димпломын ала. Ауыл хакимиәте эшмәкәрлеге менән бер рәттән ДЮСШ тренеры эшен дә алып бара. Салауат районы Хакимиәте ярҙамы менән спорт залы йыһазландырыла, бокс рингы алына. Шулай итеп, 2019 йылда Әлкәлә районда тәүге бокс мәктәбе асыла. Унда малайҙар ғына түгел, ҡыҙҙар ҙа шөғөлләнә.

Хәҙер инде Салауат районының йәш бокссылары Силәбе өлкәһе, республика ярыштарында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Команданың Өфөлә үткән республика чемпионатында өсөнсө призлы урын алып ҡайтҡаны ла бар. Тренер беренсе разрядлы тәрбиәләнеүселәре: Яхъянан Вадим Хәйруллин, Әлкәнән Байрас Шөғәйепов, Тимур Шөғәйепов менән ғорурлана. Ҡыҙҙарҙан Әлкәнән Алтынай Шөғәйепова ла беренсе разрядлы спортсы, ул бөгөн Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжында уҡый. Ленария Мөхәмәтйәнова ла шундай уҡ юғары разрядҡа эйә, хәҙер – Өфө юридик колледжы студенты.

Әлкәләге бокс мәктәбенә район эшҡыуарҙары даими ярҙам итә. Малаяҙ ауылы йүнселе Артур Хатымов грушалар алып бирһә, шәхси эшҡыуар Артур Закиров ярыштарға барғанда финанс ярҙамы бүлә. Район Советы депутаттары Урал Ғимаев, Алик Хәсәнов, Икенсе Иҙелбай ауылынан МХО яугире Земфир Сөләймәнов һәр ваҡыт бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Йәш бокссылар Силәбе өлкәһенең Йүрүҙән, Ҡатау-Тамаҡ, Иван-Ҡатау, Әшә, Сим ҡалаларына һәм Башҡортостан ҡалаларына ярыштарға йөрөй. Әлкә ауылында ла асыҡ турнирҙар уҙғарыла. 

– Йыл һайын декабрҙә Ватан геройҙары көнөнә, 23 февралгә ҡарата турнирҙар үткәрәбеҙ. Уларға хәрби хәрәкәттәр ветерандарын, һәләк булған егеттәрҙең ата-әсәләрен, туғандарын саҡырабыҙ. Беҙ спорт сараһы аша йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләргә тырышабыҙ, – ти тренер Руслан Низамов.

Биш бала атаһы Руслан Ғәлимйән улы Низамов бөгөн Ф.Х. Мөжәүиров исемендәге Әлкә урта мәктәбендә тарих һәм йәмғиәт белеменән уҡыта. Ул 2022–2023 йылдарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан.

Фото тренерҙың шәхси архивынан. 

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас