Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Май 2025, 18:13

Өфөлә Һуҡырҙар спорты буйынса Рәсәй Кубогы һәм Рәсәй Беренселеге үтә

19-23 майҙа республиканың баш ҡалаһында Римма Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә һуҡырҙар спортының еңел атлетика дисциплинаһы буйынса Рәсәй Кубогы һәм Рәсәй Беренселеге уҙғарыла.

Өфөлә Һуҡырҙар спорты буйынса Рәсәй Кубогы һәм Рәсәй Беренселеге үтә
Өфөлә Һуҡырҙар спорты буйынса Рәсәй Кубогы һәм Рәсәй Беренселеге үтә

Ярыштарҙа Брянск, Владимир, Волгоград, Иркутск, Калининград, Новосибирск, Ростов, Рязань, Һамар, Свердловск, Тамбов, Ульяновск, Силәбе, Воронеж өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан һәм өлкәһенән, Санкт-Петербург ҡалаһынан, Алтай, Краснодар, Ставрополь, Пермь крайҙарынан, Дағстан, Татарстан, Сыуашстан республикаларынан һәм Башҡортостандан 150-нән ашыу спортсы ҡатнаша, тип хәбәр итә "Молодежная газета".

Спорт ярыштарын ойоштороу һәм үткәреү буйынса дөйөм етәкселекте "Бөтә Рәсәй һуҡырҙар спорты федерацияһы" дөйөм Рәсәй физкультура-спорт йәмәғәт ойошмаһы тормошҡа ашыра. Ярыштарҙы үткәреүҙә Башҡорт дәүләт медицина университеты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Башҡорт физик культура институты студент-ирекмәндәре ярҙам күрһәтәсәк.

Фото: "Молодежная газета".

Автор: Айдар Нугаманов
Читайте нас