Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Март 2025, 20:34

"Ватанды һаҡлаусылар кубогы"нда Башҡортостандан 4 спортсы ҡатнаша

12-18 мартта Ханты-Мансийскиҙа ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса Беренсе Бөтә Рәсәй "Ватанды һаҡлаусылар кубогы" үтә. Ярыштарҙа Рәсәйҙең 60 төбәгенән 300-ҙән ашыу МХО ветераны ҡатнашасаҡ.

"Ватанды һаҡлаусылар кубогы"нда Башҡортостандан 4 спортсы ҡатнаша
"Ватанды һаҡлаусылар кубогы"нда Башҡортостандан 4 спортсы ҡатнаша

Башҡортостандың йыйылма командаһында - биатлонда, саңғы уҙыштарында һәм тау саңғыһы спортында республика намыҫын 4 спортсы: махсус хәрби операция ветерандары Радик Ильясов, Алексей Хохлов, Олег Мөфтәхетдинов һәм Артем Мөхәрәмов яҡлаясаҡ. Өҫтәүенә, Олег һәм Артем - Башҡортостан буйынса "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалының социаль координаторҙары.

Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, дүрт тапҡыр олимпия чемпионы, "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе урынбаҫары Ирек Зарипов - республика йыйылма командаһының кураторы һәм тренерҙарының береһе.

- Геройҙарыбыҙ, махсус хәрби операция ветерандары, Башҡортостандың йыйылма командаһы иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтергә әҙер. Егеттәр үҙҙәрен яҡшы тоя һәм рух көсөн, сыҙамлыҡты һәм оҫталыҡты күрһәтергә әҙер. Улар ныҡышмалы күнекмәләр үтте, һәм хәҙер ярыш башланыуын түҙемһеҙлек менән көтәләр. Командабыҙға уңыштар һәм юғары ҡаҙаныштар теләйбеҙ! Улар Башҡортостан Республикаһын лайыҡлы күрһәтер тип ышанабыҙ! - тине Ирек Зарипов.

Статс-секретарь - Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары, "Ватанды һаҡлаусылар" фонды рәйесе Анна Цивилеваның һүҙҙәренсә, спорт - МХО ветерандарының әүҙемлеге сағылышының иң сағыу миҫалдарының береһе. Спорт күнекмәләре ярҙамында ветерандар яңынан тыныс тормошҡа ҡайта, ауыр йәрәхәттәрҙән һуң аяҡҡа баҫа, яңы бейеклектәр ала һәм үҙҙәренең өлгөһөндә башҡаларҙы илһамландыра.

- "Ватанды һаҡлаусылар" фондының бурысы - геройҙарыбыҙҙың бөтә башланғыстарында ла ярҙам итеү, шуға күрә төрлө спорт ярыштары ойошторабыҙ. МХО ветерандары өсөн был бик яҡшы реабилитация: иптәштәр менән аралашыу, йөкләмәләр һәм еңеүҙәр уларҙың әхлаҡи һәм физик торошона ыңғай йоғонто яһай. "Ватанды һаҡлаусылар кубогы" комплекслы ярыштарҙы үткәргәндән һуң бер нисә федераль округта һәм бөтә Рәсәй кимәлендә ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса ярыштар ойошторорға ҡарар иттек, - тине Анна Цивилева.

Ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса "Ватанды һаҡлаусылар Кубогы"  "ЮграМегаСпорт" спорт объекттарында - ҡышҡы спорт төрҙәре үҙәгендә, "Ылыҫлы урман" ҡунаҡхана комплексында һәм Боҙ һарайында уҙасаҡ.

Фото: "Ватанды һаҡлаусылар" фонды.

Галина Морозова.

"Ватанды һаҡлаусылар кубогы"нда Башҡортостандан 4 спортсы ҡатнаша
"Ватанды һаҡлаусылар кубогы"нда Башҡортостандан 4 спортсы ҡатнаша
"Ватанды һаҡлаусылар кубогы"нда Башҡортостандан 4 спортсы ҡатнаша
"Ватанды һаҡлаусылар кубогы"нда Башҡортостандан 4 спортсы ҡатнаша
Автор:
Читайте нас