- Башҡортостанда ишетеү һәләте насар булған көслө спортсылар бар - тау саңғысылары, бадминтон, еңел атлетика, дзюдо буйынса спортсылар, - тине Башҡортостанда Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте рәйесе Ольга Шевнина. - Һаңғырау кешеләр бөтөнләй спортты ярата. Беҙ күмәк спортҡа бик ныҡ ярҙам итәбеҙ, балалар һәм өлкәндәр өсөн даими спартакиадалар үткәрәбеҙ. Өфөлә икенсе йыл рәттән һаңғырауҙар спорты буйынса "В.В.Шевнин исемендәге мемориал" бөтә Рәсәй турниры бара. Ошо күренекле тренер республикала Һаңғырауҙар спорты федерацияһын ойошторған.
Республиканан спартакиадала 30-ҙан ашыу спортсы ҡатнаша, улар керлинг, шахмат, тау саңғыһы һәм саңғы уҙыштары буйынса ярыштарҙа ҡатнаша, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите. "Беҙ бергә. Спорт" ҡышҡы спартакиадаһы "һаңғырауҙар спорты"н үҫтереү һәм популярлаштырыу, спортсыларҙың физик әҙерлек һәм оҫталыҡ кимәлен камиллаштырыу маҡсатында уҙғарыла. Ярыштарҙың төп өлөшө Өфө ҡалаһының спорт объекттарында (саңғы ярыштары, сноуборд, хоккей, футзал һәм шахмат), керлинг - Ишембай ҡалаһының "Батыр" балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә, тау саңғыһы спорты "Металлург-Магнитогорск" тау саңғыһы үҙәге биләмәһендә үтәсәк.
Фото: БР буйынса Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте архивынан