Уйындар «Восток» һәм «Запад» ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командалары араһында уҙҙы. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы Студент баскетболы ассоциацияһы 2024/2025 миҙгелдәге сығыштары, шулай уҡ көйәрмәндәрҙең тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса һайланы. Финал составтарын капитандар билдәләне.
Ярыш «Восток» йыйылмаһының ир-егеттәр коллективтары араһындағы матчта 113-107 һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 97-96 иҫәбе менән еңеүе менән тамамланды.
Журналистар менән әңгәмәлә республика етәксеһе Көрәш һарайының был көндә 3,5 меңдән ашыу баскетбол һөйөүсене йыйыуын билдәләне.
– Был объектты спорт, мәҙәни һәм хатта сәйәси саралар үткәрергә мөмкин булһын өсөн төҙөнөк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Олимпия чемпиондарының килеүе, улар араһында – баскетбол легендаһы Иван Едешко, һис шикһеҙ, студенттар баскетболының абруйын күтәрә. Беҙ был спорт төрөн үҫтерәсәкбеҙ һәм иң юғары кимәлдәге турнирҙар үткәрергә ынтыласаҡбыҙ.
Белешмә:
Студент баскетболы ассоциацияһы 71 төбәктән 800-ҙән ашыу команданы берләштерә, йыл һайын 5 меңдән ашыу матч уҙғара. Ойошманың төп маҡсаты – студенттарҙы даими рәүештә спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү.
Ассоциация чемпионаты октябрҙән июнгә тиклем ике этапта үтә. Беренсе этап – дивизион. Икенсе – Белов лигаһы, иң яҡшы 32 ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар командалары ҡатнашлығында бөтә Рәсәй плей-офф уйыны.
Республикала баскетболды үҫтереүгә «Башҡортостан баскетбол федерацияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы контроллек итә. Физкультура-спорт ойошмаларында 60 баскетбол бүлексәһе эшләй, унда 5 946 бала шөғөлләнә һәм 165 тренер уҡыта. Мәктәп баскетбол лигалары чемпионаттары 1 127 уҡыу йортон һәм 140 меңдән ашыу йәш спортсыны солғап ала.