Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Декабрь 2024, 11:45

Салауат районында спорт әүҙем үҫешә

Быйыл район спортсылары бик күп ярыштарҙа, турнирҙарҙа ҡатнашып, уңыштарға иреште, үҙҙәрен алдынғы, шәп спортсы итеп танытты

Салауат районында спорт әүҙем үҫешә
Салауат районында спорт әүҙем үҫешә


Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов Яңы йыл алдынан биргән интервьюһында йылға йомғаҡ яһаны һәм төбәктең спорт тормошо хаҡында һөйләне. Башҡортостан Милли спорт премияһында юғары баһа алды, Рәсәйҙең иң яҡшы спорт төбәктәренең береһенә әүерелде.
Халыҡтың яҡынса 60 проценты даими рәүештә спорт менән шөғөлләнә, был беҙҙе физик әүҙемлек буйынса лидерҙар итә. Спорт министры билдәләүенсә, Башҡортостан “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы менән танылыу яуланы, унда республика Башлығы Радий Хәбиров Президент Владимир Путинға ике спорт объекты: еңел атлетика манежы һәм олимпия резервы училищеһы төҙөүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Башҡортостан федераль проекттарҙа әүҙем ҡатнаша һәм күп башланғыстар өсөн эксперименталь майҙансыҡ булып тора.
“Ауыл тренеры” һәм “Ҡала тренеры” программалары дауам итә, 137,8 миллион һумлыҡ 179 тренер түләү алған. 2024 йылда 11 муниципаль берәмектән 15 спорт төрө буйынса тағы 21 тренер 21 миллион һумлыҡ ярҙам аласаҡ.
Муниципалитеттарҙа 13 меңдән ашыу спорт объекты бар, спортҡа ҡыҙыҡһыныу юғары.
Наил Мөхәмәтйәнов, билбау көрәше буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Салауат районы Хакимиәтенең физик культура һәм спорт комитеты рәйесе:
– Салауат районында спорт бик ныҡ үҫешә. Быйыл район спортсылары бик күп ярыштарҙа, турнирҙарҙа ҡатнашып, уңыштарға иреште, үҙҙәрен алдынғы, шәп спортсы итеп танытты. Беҙҙең район спортсылары Башҡортостан Республикаһының иң көслө командалары араһында. Салауат районы XXXII ауыл спорт уйындары йомғаҡтары буйынса 2-се урын яуланы! Был ҡаҙаныш спортсыларыбыҙҙың юғары әҙерлектә булыуын күрһәтә. Футбол буйынса донъя чемпионы Зәлиә Ғәзимова, хоккей буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы Диана Фәрхетдинова, көрәш буйынса донъя беренселеге чемпионы Динар Закиров, халыҡ-ара класы спорт мастеры Салауат Кәримов, биатлон буйынса спорт мастеры Ривал Ҡазыев, саңғы ярышы спорт мастеры Рида Ғимранова, полиатлон буйынса спорт мастерҙары Рәшит Килдейәров, Азат Кәримов һәм башҡалар – беҙҙең ғорурлыҡ.
Быйыл Малаяҙ ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенә яңы автобус тапшырылды. Ул “Спорт – йәшәйеш нормаһы” проекты буйынса һатып алынды. Бынан ары район спортсылары төрлө ярыштарға яңайлы, яңы автобуста йөрөй. Шулай уҡ районда спорт майҙансыҡтары күбәйә. “Уңайлы ҡала мөхите” проекты сиктәрендә Малаяҙҙа Ял һәм мәҙәниәт паркында спорт майҙансығы төҙөлдө, спорт ҡорамалдары Коммунистик урамындағы балалар майҙансығы эргәһенә лә ҡуйылды. Район халҡы ҙур теләк менән спорт менән шөғөлләнә. Шулай уҡ Малаяҙ ауылында, стадион урынында, бассейнлы Физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөп бөткәнен район халҡы түҙемһеҙләнеп көтә. Өфө компанияһы әле унда әүҙем төҙөлөш эштәрен алып бара. ФОК-ты 2025 йылда төҙөп бөтөп, файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
Проект республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында тормошҡа ашырыла. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы районда физик культура һәм спорт үҫешенә ҡеүәтле этәргес буласаҡ.

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас: