Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Ҡыйышҡы ауылынан махсус хәрби операция ветераны Альмир Үлмәҫҡолов һәр ваҡыт спорт менән әүҙем мауыҡҡан, армияла хеҙмәт иткән һәм төҙөүсе булып эшләгән. Илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, ул махсус хәрби операцияға эләккән. Өс ай хеҙмәт иткәндән һуң, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Альмир яугирҙәр менән бергә мина шартлауына дусар булған һәм госпиталдә аңына килгән. Санкт-Петербургта дауаланғандан һуң, ул Башҡортостанға ҡайтҡан.
Махсус хәрби операция ветераны улы Арсен уҡыған мәктәптәге балалар менән даими аралаша, хеҙмәте һәм илһөйәрлек тураһында һөйләй. Һөҙөмтәлә ул белем усағында хатта волейбол секцияһын асҡан, үҙе лә йәнә спорт менән ныҡлап шөғөлләнә башлаған. Альмир даими күнекмәләр эшләй. Былтыр ул “Ватан һаҡсылары” кубогы ярыштарында ҡатнашҡайны.
- Спорт – тыныс тормошҡа шәп ҡулайлашыу һәм ҡайтыу юлы ул, - ти ветеран.
Бөгөн Альмир Үлмәҫҡолов Өфөләге Рима Баталова исемендәге Башҡортостандың спорт әҙерлеге үҙәгендә Башҡортостан командаһы составында ултырып волейбол уйнау, пауэрлифтинг ярыштарында үҙ көсөн һынаны.
Махсус хәрби операция ветераны менән бергә фотоға төшкән Лев Зәйнетдинов – Бөрөнән. Махсус хәрби операциянан яраланып ҡайтҡан егет үҙен спортта тапҡан, хатта унһыҙ үҙен күҙ алдына килтермәй. Шуға күрә Өфөгә “Мир” командаһы составында күнекмәләргә йөрөй. Күнекмәләрҙе ҡалдырмаҫҡа тырыша.
Игорь СЮСИН, “Мир” волейбол командаһы тренеры:
- Спортҡа мөккиббән киткән кешеләр бар. Беҙҙең егеттәр – тап шундайҙарҙан. Улар күнекмәләрҙе ҡалдырмаҫҡа тырыша. Ултырып волейбол уйнау, өҫтәл теннисы, атыу, уҡ атыу һәм армрестлинг кеүек спорт төрҙәре буйынса даими шөғөлләнәләр.
Автор фотоһы.