«Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы сиктәрендә дүрт көн буйына ишеү слаломы буйынса ярыштар үтте. Унда Рәсәйҙән, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан 120-нән ашыу спортсы ҡатнашты, тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите.
Башҡортостандан ярышта 11 спортсы ҡатнашты. Еңеүселәр: К-1м слаломында (ир-егеттәр): беренсе урын - Никита Губенко (Свердловск өлкәһе), икенсе урын - Иван Козлов (Алтай Республикаһы), өсөнсө урын - Павел Беляев (Свердловск өлкәһе); К-1ж слаломында (ҡатын-ҡыҙҙар): беренсе урын - Ангелина Макачева (Красноярск крайы); икенсе урын - Таисия Логачева (Санкт-Петербург), өсөнсө урын - Алһыу Минәзова (Башҡортостан Республикаһы); С1-се слаломда (ир-егеттәр): 1-се урын - Александр Харламцев (Свердловск өлкәһе), 2-се урын - Куаныш Еренгаипов (Ҡаҙағстан), 3-сө урын - Алексей Федосов (Мәскәү); С-1ж слаломында (Петербург): С-1ж слаломында (ҡатын-ҡыҙҙар): беренсе урын - Марина Новыш (Мәскәү өлкәһе), икенсе урын - Алһыу Минәзова (Башҡортостан Республикаһы), өсөнсө урын - Таисия Логачева (Санкт-Петербург); К-1м слаломында - экстрим (ир-егеттәр): беренсе урын - Никита Губенко (Свердловск өлкәһе), икенсе урын - Иван Козлов (Алтай Республикаһы), Андрей Медведев (Свердловск өлкәһе) - өсөнсө урын.
К-ж слаломы - экстрим (ҡатын-ҡыҙҙар): беренсе урын - Алһыу Миназова (Башҡортостан Республикаһы), икенсе урын - Таисия Логачева (Санкт-Петербург), өсөнсө урын - Светлана Третьякова (Төмән өлкәһе).
Альберт Заһиров фотоһы, "Республика Башкортостан".