Ул, ысынлап та, форумдың төп спорт сараһы булды. Баш ҡаланың төп урамы дәртле һөрәнләүҙәр, сарала ҡатнашыусыларҙың, ҡунаҡтарҙың, көйәрмәндәрҙең шат тауыштары менән гөрләп торҙо!
"Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө" сәләмәт тормош алып барыуҙы, физик әүҙемлекте, спорт менән шөғөлләнеүҙе пропагандалау маҡсатында үткәрелә. Спорт байрамында Рәсәйҙең билдәле спортсылары, Олимпия чемпиондары, МХО ветерандары һәм форум ағзалары ҡатнашты.
Сараның хөрмәтле ҡунаҡтары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов һәм 13 тапҡыр Паралимпия чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы Рима Баталова старт алдынан йәштәр менән ихлас аралашты һәм улар менән иҫтәлеккә фотоға төштө.
Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөндә рекордлы кеше ҡатнашты – 25 меңдән ашыу кеше. Башҡортостан Республикаһының спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов старт алдынан символик атыу яһаны.
– Беҙ бөгөн форумды Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө менән тамамлайбыҙ. Бөгөн сарала рекордлы 25 мең кеше ҡатнаша. Быға тиклемге рекорд 20 мең ине. Был Рәсәйҙең спорт державаһы булыуын күрһәтә, – тине Хәбибов.
Беренсе колоннала 100-ҙән ашыу Олимпия уйындары призерҙары һәм чемпиондары, улар араһында фехтовальщик Софья Великая ла бар ине.
"Был берҙәмлек һәм ойошҡанлыҡ байрамы, бөтә ғаилә менән бергә ваҡыт үткәреү өсөн яҡшы мөмкинлек. Бындай саралар байрам мөхитенә сумырға мөмкинлек бирә", - тине Софья Великая.
Октябрь проспекты буйлап 2024 метр араны йәйәү үтергә теҙелеп торған командаларға ҡарап, күҙҙәр шатланды. Әләмдәр тотоп маршрут буйлап атларға әҙерләнгән йәш-елкенсәккә ҡарап, республикабыҙҙа спортты яратыуҙарына тағы ла бер тапҡыр инандыҡ.
Сәғәт ун берҙә командалар теҙелеп, ҙур дәрт менән Спорт туҡталышынан Ҡала Советына тиклем атланы. Алып барыусылар репродукторҙар аша сарала ҡатнашыусы һәр мәктәп командаларын дәртләндереп торҙо.
Беҙ, "Өмет" гәзите журналистары, сарала ҡатнашыусы студенттар менән танышып, Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөнән алған тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһындыҡ. Ҡыҙҙар үҙҙәрен Зөһрә менән Айгизә тип таныштырҙы.
– Беҙ стоматология факультетының 1-се курс студенттары. Колледждан һуң уҡыуыбыҙҙы дауам иттек, – тинеләр йылмайып. – Беҙ спорт яратабыҙ. Волейбол уйнайбыҙ, йүгерәбеҙ. Үҙебеҙ сығышыбыҙ менән Хәйбулла, Йылайыр райондарынан. Бөгөнгө сараның матурлығын, байрам кәйефен аңлатып та булмай. Бик шәп! Иҫтәлеккә фотоға төштөк.
Тағы ла бер бик изге күңелле ҡатнашыусы – ирекмән, Өфөнән 73 йәшлек апай Асия Фәттәхова. "Әйҙәүсе колонна" тигән яҙыулы табличка тотҡан был ханым үҙенең алсаҡлығы, тыйнаҡлығы менән алыҫтан уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Беҙ ҙә апай менән тиҙерәк танышырға ашыҡтыҡ.
– Бөгөн матур көн. Кәйефтәр яҡшы! – тип һөйләне беҙгә Асия апай. –Минең тик йылмайғым килә. Сара үтәсәк урынға иртәнге һигеҙҙә килеп еттек. Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөндә ҡатнашыуыма бәхетлемен!
Ленин майҙанында Бөтә Рәсәй йәйәүлеләр көнөнөң финиш һыҙығы үтте. Унда концерт программаһы, төрлө әүҙемлек зоналары ойошторолдо. Спорт фестиваленә теләгән һәр кем саҡырылды.
Руфина Тажиева.
"Өмет" гәзите.