Гомес Кууада Езекуумел Мвацир элек Рәсәйҙә һәм унан да бигерәк Башҡортостанда бер ҡасан да булмауы хаҡында һөйләне. Бында сит ил ҡунағына һалҡыныраҡ, ләкин уны ихлас аралашҡан һәм ярҙам иткән урындағы халыҡтың мәрхәмәтлелеге йылыта. Башҡорт милли аш-һыуын тәмләп ҡарағас, ҡайһы бер ризыҡтар үҙенең тыуған төйәгендә бешерергә яратҡандарын хәтерләтә, тип билдәләне ул.
- Рәсәйҙең төрлө республикаларҙан тороуы хаҡында бер ҡасан да уйланманым. Бында килеп, барыһының да үҙенсәлекле һәм Башҡортостандың ҡеүәте ҙур икәнен күрәм. Мине Көрәш һарайы хайран ҡалдырҙы. Беҙҙә лә шундайҙы төҙөү тәҡдиме менән ҡайтам. Шулай уҡ беҙ Фехтование үҙәгенә барырға планлаштырабыҙ. Халыҡ-ара ярыштар үткәрергә мөмкинлек биргән спорт объекттары ярҙамында республикағыҙ ысынлап та донъя аренаһында яңғырар, тип уйлайым, - тип интервью бирҙе ҡунаҡ "Республика Башкортостан" гәзитенә.
Фото: "Республика Башкортостан".