Ултырышты алып барған Президент Владимир Путин быға ҡаршы булмауын белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта, дәүләт башлығы билдәләүенсә, Олимпия комитеты үҙаллылыҡты һәм бойондороҡһоҙлоҡто һаҡларға тейеш, спорт министрын уның башлығы итеп һайлаған осраҡта ла.
«Әгәр спорт министры милли Олимпия комитетын да етәкләһә, уның, министрҙың һәм милли Олимпия комитеты президентының, төбәктәр менән аралашыу, төбәктәрҙә эште көйләү һәм федерациялар менән тығыҙыраҡ эшләү мөмкинлектәре һәм вәкәләттәре күберәк булыр», тип билдәләне Путин.
Михаил Дегтярев кандидатураһын Советтың башҡа ағзалары ла хупланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан Рәсәй Олимпия комитеты башлығы Станислав Поздняков отставкаға китеүе тураһында иғлан иткәйне. Ҡылыстарҙа фехтование буйынса дүрт тапҡыр Олимпия чемпионы уны 2018 йылдың майынан етәкләне.
Фото: kremlin.ru