Владимир Путин ҡунаҡты Рәсәйҙә сәләмләне һәм уға, Башҡортостан - алдынғы спорт төбәктәренең береһе, тип хәбәр итте. Бының хаҡта Кремль сайтына һылтанып, "Республика Башкортостан" гәзите яҙа.
«Илебеҙҙә һәм Башҡортостан Республикаһында шахмат яраталар, был матур, интеллектуаль спорт менән ихлас шөғөлләнәләр», - тип һөйләне ул.
Ил президенты һүҙҙәренсә, бөгөн Рәсәйҙә даими рәүештә шахмат менән бер миллиондан ашыу кеше шөғөлләнә.
Осрашыу ваҡытында Рәсәй дәүләте башлығы Солтан бен Хәлиф Әл Нахайянға Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шахмат спортын популярлаштырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Дуҫлыҡ орденын тапшырҙы.
«Илебеҙ халыҡ-ара ярыштар үткәреүҙә ҙур тәжрибәгә эйә. Һеҙҙең Рәсәй һәм Азия шахмат федерацияһы араһында был өлкәләге мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә индергән өлөшөгөҙҙө билдәләү ҡыуаныслы, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин, шәйех Солтан бен Хәлиф Әл Нахайянға мөрәжәғәт итеп. - Был вазифала һеҙ халыҡ-ара спорт хеҙмәттәшлеген нығытыуға, шахматты популярлаштырыуға, һәләтле һәм перспективалы оҫталарҙы танытыуға ҙур өлөш индерәһегеҙ. Рәсәй менән бәйләнештәрҙе үҫтереүҙә, шахматсыларыбыҙға - профессионалдарға ла, һәүәҫкәрҙәргә лә ярҙам итеүҙә һеҙҙең ролегеҙҙе айырым билдәләп үтәм.
Һеҙгә тапшырыласаҡ Дуҫлыҡ ордены, Ғали йәнәптәре - ул Һеҙҙең шахматты үҫтереүҙәге, илдәребеҙ араһындағы изге мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүҙәге ҡаҙаныштарығыҙҙы таныу билдәһе».
Үҙ сиратында, Солтан бен Хәлифә Әл Нахайян Владимир Путиндың Рәсәй үҫешенә индергән тос өлөшөн билдәләне. Ул етәкләгән Азия шахмат федерацияһының «йәштәр шахмат хәрәкәтен үҫтереү өсөн күберәкте эшләргә әҙер» булыуын һәм «Аҡ ладья» ярыштарында ҡатнашыу мөмкинлеген ҙур теләк менән ҡараясағын билдәләне.
«Әгәр рөхсәт итһәгеҙ, минең үтенесем бар: Азия шахмат федерацияһында мөмкин тиклем оҙағыраҡ ҡалығыҙ. Был беҙгә күберәк ҡиммәттәр бирә», - тине ул.
Фото: kremlin.ru.