Радий Фәрит улы ҙур күләмле сараны Рәсәйҙең төп спорт форумы тип атаны.
"Был - ҙур федераль сара. Уның аспекттары күп, фекерҙәштәр осрашҡан ҙур спорт байрамы булыуынан башлап. Әммә шул уҡ ваҡытта был форум сараһы, унда тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге бар. Форум көндәрендә ил Президенты физик культура һәм спорт буйынса Совет ултырышын үткәрә, унда тармаҡты үҫтереү буйынса яңы ҡарарҙар әҙерләнә. Шуға күрә быны Рәсәй Федерацияһында төп спорт байрамы тип билдәләйем, - тине Башҡортостан Башлығы. - Ғәҙәттә, бик күп спортсылар килә. Кисә йондоҙҙар десантын ҡаршы алдыҡ - беҙгә төрлө йылдарҙағы Олимпия уйындарының 170-тән ашыу призеры һәм чемпионы килде. Был үҙенән-үҙе билдәле бер кәйеф булдыра".
Форумдың төп саралары бер нисә объектта үтәсәк, тип билдәләне Радий Хәбиров. Уларҙың иң мөһиме - Көрәш һарайы. Был ярайһы уҡ ҙур ҡоролма - биш зал, 18 келәм, ҡунаҡхана, медицина блогы һәм башҡалар. Объект ҙур - 28 мең квадрат метр. Унда форум үҙе үтәсәк, шунда уҡ Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Совет ултырышы үтәсәк, тип республика етәксеһе һүҙҙәрен килтерә уның матбуғат хеҙмәте.
"Бөгөн Фехтование үҙәге асылды. Был да ҙур объект. Токиолағы Олимпия уйындары йомғаҡтары буйынса, Башҡортостандан ике спортсы фехтование буйынса алтын миҙалдар алып килгәс, ошондай үҙәк төҙөргә вәғәҙәләнек. Бөгөн беҙ уны тапшырабыҙ. Был - ишкәкле слалом комплексы. Бик сағыу, матур спорт төрө, ул, бәлки, ныҡ билдәле түгелдер, әммә 1980 йылдарҙан алып беҙҙә бик популяр. Был комплекс уникаль. Эш шунда: ул йыл әйләнәһенә эшләй, сөнки объектҡа ТЭЦ-тан йылы һыу килә. Бынан тыш, Нефтекамала ҙур физкультура-һауыҡтырыу комплексы асабыҙ", - тип хәбәр итте Радий Фәрит улы.
Форум сиктәрендә бер нисә ярыш уҙғарыласаҡ. Бөгөн яңы Фехтование үҙәгендә "Салауат ҡылысы" турниры бара. Был халыҡ-ара ярыштар, Үзбәкстан, Беларусь һәм башҡа илдәрҙең командалары ҡатнаша. Кёрлинг буйынса ярыштар үтәсәк. Бөгөн кис ҙур спорт байрамы - "Бокс төнө" ойошторола. Баскетбол, көрәш буйынса ярыштар үтәсәк. Һәр спорт объектында тиерлек ярыштар үтәсәк.
Форум бер көн генә үтмәйәсәк, ул өс көн буйына дауам итәсәк. 19 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт буйынса совет ултырышы үткәреләсәк. Тармаҡты үҫтереүгә йомғаҡ яһаласаҡ.
Интервьюның тулы тексы бында.
Фото: БР Башлығы сайты.