Тантанала Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәйҙең Керлинг федерацияһы президенты Дмитрий Свищев, Дәүләт Думаһының Физкультура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Әмир Хәмитов, 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы Рима Баталова, керлинг буйынса донъя турының генераль директоры Джо Вэлкли, Рәсәйҙең саңғы уҙыштары федерацияһы президенты Елена Вяльбе ҡатнашты. Ярыштар бөгөн, 17 октябрҙә, Өфөлә башланған «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы сиктәрендә үтә.
«Бында спортсыларҙың һәм тренерҙарҙың үҙҙәрен һәм иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеү мөмкинлеге бар. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, чемпион булып тыумайҙар, ә булалар. Башҡортостанға рәхим итегеҙ! Спорт еңеүҙәре төбәге», - тип мөрәжәғәт итте ярыштарҙа ҡатнашыусыларға Рима Баталова.
"Молодежная газета" баҫмаһы хәбәр итеүенсә, керлинг буйынса ярыштар дүрт көн дауам итәсәк. Унда Мәскәүҙән, Мәскәү өлкәһенән, Санкт-Петербургтан, Краснодар крайынан һәм Иркутск өлкәһенән бөтәһе 18 команда: ҡатнаш керлингта ун ике команда (17 йәшкәсә бөтә Рәсәй ярыштары) һәм алты ир-егеттәр командаһы (Суперлига этабы) ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһынан ике ҡатнаш команда - һәр береһендә ике ҡыҙ һәм ике егет сығыш яһай. Өсөнсө урын өсөн финал һәм матч 20 октябрҙә була һәм «Матч! Страна» акцияһы үтә.
Фото: "Молодежная газета".