Спорт
17 Октябрь 2024, 12:19

Алексей Романов: "Өфө тәжрибәһен бөтә илгә күрһәтәбеҙ"

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды рәйесе урынбаҫары Алексей Романов Башҡортостандың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы спортҡа йәлеп итеү буйынса эшен юғары баһаланы.

Алексей Романов: "Өфө тәжрибәһен бөтә илгә күрһәтәбеҙ"Алексей Романов: "Өфө тәжрибәһен бөтә илгә күрһәтәбеҙ"
Алексей Романов: "Өфө тәжрибәһен бөтә илгә күрһәтәбеҙ"

- Өфө - ул кешеләр тураһында хәстәрлек, - тип уртаҡлашты Алексей Викторович «Рәсәй - спорт державаһы» форумы сиктәрендә барған «Беҙҙең заман геройҙары» махсус хәрби операция ветерандары турнирын асыу тантанаһында. - Бындай ярыштарҙы беҙ икенсе тапҡырға үткәрәбеҙ. Тәүге тапҡыр бында, Башҡортостандың баш ҡалаһында, спорт ярыштарын һәм мәҙәни программаны берләштерә алдыҡ. Һәм беҙ бындай форматты бөтә илгә тарата башланыҡ. Яугирҙәр өсөн ярыштар үткәреү бик мөһим. Ауыр яраланғандан һуң улар йәмғиәткә кире ҡайтырға тейеш, һәм «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды уларға спортта ҡатнашыуҙың төрлө форматтарын тәҡдим итә. Бындай ярыштарҙы һәр федераль округта үткәрәбеҙ. Шул иҫәптән Президент гранттары фондынан аҡсаға спорт йыйындары ойошторола, сөнки Паралимпия комитеты бындай конкурста еңеүсе булды.

Башҡортостанда физкультура һәм спорт үҫеше тураһында һөйләгәндә, Алексей Романов шулай тип билдәләне:

- Башҡортостан үҙ хоккейы, был иҫ киткес спорт төрө менән көслө. Бында килеп, турнирҙарҙы ҡарағы һәм ләззәт алғы килә. Бында иҫ киткес көрәш, республика Башлығы Радий Хәбиров үҙе лә көрәш буйынса спорт мастеры, һәм ул бында шәп көрәшселәр тәрбиәләнһен өсөн күп көс һала.

Карина Вәлиева.

"Молодежная газета".

Автор:
Читайте нас