Спорт
16 Октябрь 2024, 14:48

"Өфө – илебеҙҙә хоккейҙы үҫтереү буйынса төп үҙәктәрҙең береһе"

Өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы, Рәсәй хоккей федерацияһы президенты, Дәүләт Думаһы депутаты Владислав Третьяк иртәгә Өфөлә үҙ эшен башлаясаҡ “Рәсәй – спорт державаһы” форумының мөһимлеге тураһында үҙ фекере менән уртаҡлашты.

"Өфө – илебеҙҙә хоккейҙы үҫтереү буйынса төп үҙәктәрҙең береһе""Өфө – илебеҙҙә хоккейҙы үҫтереү буйынса төп үҙәктәрҙең береһе"
"Өфө – илебеҙҙә хоккейҙы үҫтереү буйынса төп үҙәктәрҙең береһе"

"Өс тапҡыр Олимпия чемпионы, 10 тапҡыр донъя чемпионы булараҡ, теләһә ниндәй спортта еңеүгә күпме хеҙмәт һалынғанын беләм. Был үҙ эсенә спортсы үҙенең эшен, һәм алдынғы әҙерлек алымдарын, әҙерлек өсөн шарттар булдырыуҙы, медицина һәм бик күп нәмәне үҙ эсенә ала. Ҙур спорт – үҙ ҡағиҙәләре, технологиялары, серҙәре булған ҡатмарлы, күләмле тармаҡ", – тип һөйләне Владислав Третьяк "Молодежная газета" баҫмаһына.

Уның ферекеренсә, был тармаҡ бер урында ғына тормай. Ул даими үҫеш юлында, һәр саҡ мөһим яңылыҡтар барлыҡҡа килә. Һәм был үҫештәрҙе Рәсәй спортында коллегалары һәм ассоциациялар менән уртаҡлашыу, үҙ-ара тәжрибә менән бер-береһен байытыу бик мөһим. Бына ни өсөн беҙгә “Рәсәй – спорт державаһы” форумы кеүек майҙансыҡ кәрәк.

"Әлбиттә, был форум барышында традицион рәүештә бөгөнгө проблемалар, перспективалар тикшерелә. Ватан спорты ҡайҙа бара, киләсәктә уны нимә көтә? Беҙҙең алда ҙур һынауҙар тора. Был шулай уҡ Владимир Владимирович Путиндың Рәсәй граждандарының 70 процентын физик тәрбиә һәм спортҡа йәлеп итеү тураһындағы стратегик күрһәтмәләрен үтәү. Кадрҙар резервы, яңы юғары кимәлдәге спортсылар әҙерләү. Һәм, әлбиттә, балалар һәм үҫмерҙәр спорты, – тине тәжрибәле спортсы. – Йәш быуын вәкилдәре секцияларға, күнекмәләргә ни тиклем күберәк йөрөһә, шул тиклем яҡшыраҡ. Барыһы ла профессионал булып сыҡмаясаҡ – әммә спорт тәртипкә, тырышлыҡҡа, тренер етәкселегендә эшләй белергә һәм дөйөм тырышлыҡ менән һөҙөмтәгә өлгәшергә, команданың уңышына булышлыҡ итергә өйрәтә. Был бик ҡиммәтле шәхси сифаттар, уларҙы спортсыларҙа ғына түгел, илебеҙҙең барлыҡ граждандарында ла тәрбиәләргә кәрәк. Бөгөн балаларға һәм йәштәргә иғтибарҙы йүнәлтеп, беҙ уларға йәш быуынға яҡшы уҡырға, яҡшы күрһәткестәргә өлгәшергә, илебеҙҙе алға ебәрергә мөмкинлек бирәсәк күнекмәләр тәрбиәләйбеҙ. Ошо рәүешле беҙ йәштәребеҙҙең тәндәрен генә түгел, йәнен дә сыныҡтырабыҙ".

“Рәсәй – спорт державаһы” форумы кеүек саралар уларға бик мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә көстәрҙе һөҙөмтәле берләштерергә ярҙам итә. Бигерәк тә Өфөгә ҡунаҡсыллығы, бындай сараларҙы ҡабул итергә теләүе өсөн рәхмәт белдерҙе ул.

"Өфө илебеҙҙә хоккейҙы үҫтереү буйынса төп үҙәктәрҙең береһе булып тора. Был ҡаланың юғары кимәлдәге сараларҙы, шул иҫәптән спортты ла үткәрә алыуын да беләбеҙ. “Рәсәй – спорт державаһы” форумы сағыу үтер, тип ышанам", – тип билдәләне Владислав Третьяк.

Фото: "Молодежная газета".

 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас