Спорт
5 Октябрь 2024, 13:10

Өфөлә үтәсәк төп спорт форумында хәүефһеҙлек тәьмин ителәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яуаплы ведомстволарға Өфөлә «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумын уҙғарыуға сифатлы әҙерлек үткәрергә ҡушты. Иң мөһиме - хәүефһеҙлек тәьмин итеү, уға был осорҙа айырыуса ҙур иғтибар бүленәсәк.

Өфөлә үтәсәк төп спорт форумында хәүефһеҙлек тәьмин ителәсәкӨфөлә үтәсәк төп спорт форумында хәүефһеҙлек тәьмин ителәсәк
Өфөлә үтәсәк төп спорт форумында хәүефһеҙлек тәьмин ителәсәк

Хоҡуҡ һаҡлау органдары терроризм акты тураһында ялған хәбәр өсөн (РФ Енәйәт кодексының 207-се статьяһы) 200 000 һумдан алып штраф һәм 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған, тип хәтергә төшөрә. Полицияға әлеге ваҡытта телефон аша «шаярыусыларҙы» асыҡлауы ҡыйын түгел.

Бынан тыш, пилотһыҙ һауа судноларын, квадрокоптерҙарҙы һәм башҡа дрондарҙы рөхсәтһеҙ файҙаланырға ярамай. Саралар барған көндәрҙә ҡаланың ҡайһы бер урамдарында, шул иҫәптән юл хәрәкәтендә сикләүҙәр индереләсәк. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт һуңғараҡ буласаҡ.

17-19 октябрҙә Өфөлә «Рәсәй - спорт державаһы» XII халыҡ-ара форумы үтәсәк. Төп майҙансыҡтар - Көрәш һарайы, «Өфө-Арена», Фехтование үҙәге, Ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы, «Динамо» спорт комплексы, Октябрь проспектының бер өлөшө.

Автор:
Читайте нас