Башҡортостандан еңел атлет Антон Кулятин Парижда Паралимпия уйындарының бронза призеры булды. Спортсы 1500 саҡрымға йүгереүҙә өсөнсө булып килде (3:44.94).
Башҡортостан спортсыларының иҫәбендә бөтәһе өс миҙал. Бынан алда Антон Кулятин 5000 метрлыҡ арауыҡта өсөнсө булды, һөңгө ырғытыуҙа Анна Кулинич-Сорокина «бронза» яуланы.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республикабыҙҙан Паралимпиадала йөҙөүселәр Богдан Мозговой, Аделина Рәзетдинова (тренер Сергей Трухачёв) һәм Андрей Николаев (тренер Фәнил Кирәев), еңел атлеттар Антон Кулятин, Анна Кулинич-Сорокина, Елена Паутова (Андрей Сафронов — лидер, тренер Пётр Буйлов), тенниссы Елена Прокофьева (тренер Ольга Байракова) ҡатнаша.
Францияның баш ҡалаһында донъя кимәлендәге спорт ярыштары 28 августан 8 сентябргә тиклем бара.