Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Август , 17:50

Өфөлә бәһлеүәндәр бәйгеһе уҙа

31 августа Өфөнөң 450 йыллығына арналған халыҡ-ара бәһлеүәндәр турниры ойошторола.

Өфөлә бәһлеүәндәр бәйгеһе уҙа
Өфөлә бәһлеүәндәр бәйгеһе уҙа

Илдең һәм яҡын сит илдәрҙең иң көслө кешеләре халыҡ-ара бәһлеүәндәр турнирында көс һынашасаҡ. Сара 31 августа баш ҡаланың Ҡашҡаҙан паркында уҙа. Иң көслөләр иҫәбендә донъя чемпионы Давид Шамей (Белгород), стронгмен буйынса Донъя кубогын яулаусы Валерий Савин (Сорғот), Мөхәммәт-Али Тохтоматов (Ҡырғыҙстан), тип хәбәр итә "Республика Башкортостан" гәзите.

"Халыҡ-ара турнирҙың үҙенсәлеге шунда: беҙ Башҡортостанға Рәсәйҙең, беҙҙең илдең һәм Ҡырғыҙстандың көслө атлеттарын саҡырҙыҡ", - тип һөйләне проектты ойоштороусы, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин.

Сара 12.00 сәғәттә башлана. Инеү ирекле (6+).

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: