- Руся Рәсәй көнөндә тыуған. Шуға күрә был ҡушаматты йөрөтә. Ат алма төҫөндә. Мин бала саҡтан уҡ шундай ат тураһында хыяллана инем. Уны күргәс тә, шунда уҡ хужаларына барып, миңә һатыуҙарын һораны. Ләкин кире яуап булды. Аптыраным, әммә күңелемдә мөғжизәгә өмөт бар ине. Һәм ул килеп сыҡты: күпмелер ваҡыттан һуң уны миңә һаттылар. Хәҙер Русяға 10 йәш. Ул көслө, сабыр, аҡыллы һәм тоғро. Беҙ бер-беребеҙҙе һүҙһеҙ аңлайбыҙ. Шуға күрә «Ылаҡ» уйынына яҡшы әҙерләнәбеҙ, - ти Вилнур.
Беренсе фестиваль ваҡытында делегацияларҙың береһенең вәкилдәре Вилнурҙы Русяны 500 мең һумға һатырға күндерә! Былтыр иһә Руся өсөн ике ат тәҡдим итәләр. Әммә хужа был тәҡдимде ҡәтғи рәүештә кире ҡаға. "Дуҫтар һатылмай", - ти Вилнур.
Былтыр Руся фестивалгә Граф ҡушаматлы ҡолоно менән бара. Граф быйыл үҫеп, ныҡлы айғырға әүерелгән. Ғәлимовтар уны ҡалдырырға һәм "Ылаҡ" уйыны өсөн өйрәтергә теләй. Ауырғазы районынан юл 6 сәғәт самаһы. Руся бындай сәфәрҙәргә күнегеп бөткән. Ә уның бәләкәй ҡолоно юҡ әле. Уларға Баймаҡҡа уңышлы барып етеүҙәрен теләйек.
Лилиә Нуретдинова.
Автор фотоһы.