Өфөнән генә түгел, республикабыҙҙың башҡа төбәктәренән дә мунсалар баш ҡаланан 30 километр тирәһе арауыҡта урынлашҡан “Фазенда” клубы тирәләй урын алды. Миндектең төрлөһө менән сабыныу мөмкинлеге бар. Ялын ғәҙәти итеп үткәрергә теләмәгән замандаштарыбыҙ сараны ҡараны. Уларҙы тәбиғәттең бер аҙ көйһөҙләнеп тороуы ла туҡтатманы.
- Өс йыл буйы үткәрелгән “Рәхәттә” фестиваленең һөҙөмтәләре лә бар. Күп кенә комплекстар асыла. Иң мөһиме - беҙҙе ишеттеләр, шифаханалар, профилакторийҙар, ял итеү йорттары һәм башҡалар мунса, сәләмәтләндереү практикаһы һәм туризм – уларҙың барыһы ла бер нәмә тураһында. Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – бизнес платформаһын булдырыу, бизнес берҙәмлектәрен ойоштороу. Улар беҙҙең менән бергә сифатлы, дөрөҫ һәм яҡшы ялдың нимә икәнлеген алға этәрә. Маҡсатыбыҙ – ошондай “йондоҙ”ҙарҙы табыу, сифатлы мәғлүмәткә эйә булһындар, сифатлы комплекстар төҙөһөндәр, тылсымлы туризм һуҡмаҡтарын барлыҡҡа килтерһендәр, - тине “Евразия мунса федерацияһы” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы директоры Кристина Бугрова.
Ярыштар бик үҙенсәлекле ине. Бер оҫтаның бер йәки, киреһенсә, күпләп, хатта 65 кешене сабындырыу һәләтенә эйә булыуы һоҡланыу уятты.
Әйткәндәй, оҫталар әйтеүенсә, мунсала дөрөҫ сабыныу ҙа бик мөһим. Иң тәүҙә еңел, һалмаҡ хәрәкәт менән аяҡ табаны, аяҡтар, арҡа һәм ҡулдарҙан өҫтән аҫҡа, аҫтан өҫкә ҡарай бер нисә тапҡыр үтергә кәрәк. Бынан һуң, лимфатик төйөндәр урынлашҡан тубыҡ аҫтындағы соҡор, сат өлкәһен һәм ҡултыҡ аҫты соҡорона теймәй генә миндек менән тәнде сабырға. Иң һуңынан миндек менән ҡул, бил, тубыҡ һәм аяҡ табандарына баҫып торорға. Бындай массаж ҡан әйләнешен көсәйтә, күҙәнәктәрҙе аса һәм һөҙөмтәлә тәндән тир, шлактар күберәк сыға.
Мунса менән дөрөҫ ҡулланғанда ғына ул кәйефте күтәрә, тәнде сафландыра, хәл-торош күпкә яҡшыра, эшкә һәләтлелек арта.
Мунса оҫталарын күрергә, бындағы төрлө үҙенсәлекле сараларҙың шаһиты булырға, ҡатнашырға теләүселәр палаткалар ҡаласығында ҡуртымға палатка ла алып тора ала. Ошо урынға иртәнге сәғәт 10-дан Өфөләге “Торатау” конгресс-холынан һәм “Ҡашҡаҙан” паркынан алты рейс ойошторола. Улар халыҡты 17-00 сәғәткә тиклем фестивалгә ташыясаҡ. Ҡайтыр яҡҡа шул уҡ автобустарҙа 19.00, 20.00 һәм 20.30 сәғәттәрҙә юлланырға мөмкин.
Бынан тыш, фестиваль ҡунаҡтары өсөн бушлай туҡталҡа бар. Сараға инеү ирекле. Түбәндәге сайтта ентекләберәк танышығыҙ: https://нарахате.рф. Белешмәләрҙе 8-800-101-10-12 телефоны аша алырға мөмкин.
Автор фотолары.
Марсель ИБРАЕВ, Ҡазан ҡалаһынан:
- Чемпионаттың “Бер үҙе барыһын да парландыра” өлөшөндә ҡатнашам. “Өйгә юл” тигән программа менән сығыш яһаным: барыһын да бер аҙға туҡтап ҡалырға, тирә-йүнгә күҙ һалырға һәм юлыбыҙ башланған тыуған яҡтарҙы ҡарарға саҡырҙым. Бындай сарала беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмайым. Үҙем – Татарстан Республикаһының коллектив парланыу буйынса чемпионымын. Быйыл финалға сыҡтым һәм бына әле үҙ көсөмдө һынап ҡарайым.
Коллектив парланыу – ул тәү сиратта мәҙәниәт, борон-борондан килгән йолаларҙы файҙаланып, оҫталыҡтарыбыҙҙы күрһәтеү ысулы. Бындай саралар сәләмәт тормошто пропагандалай, кешеләрҙе берләштерә, тағы халыҡтың сәләмәтлеге арта.
Яҡшы мунсасы булыу өсөн иң тәү сиратта мунсаны, быуҙы яратырға, оҫталар менән күберәк аралашырға, ошондай сараларҙа ҡатнашып тәжрибәне арттырырға кәрәк. Оҫта мунсасыға барғандар был хәлдең тағы ҡабатланыуын теләй. Был кейгән кардиганды әсәйем бәйләгәйне һәм бөгөнгө һыуыҡ көндә ул мине йылыта. Ә былай һәр кем үҙенә кейем уйлап сығара, ниндәйҙер мотлаҡ критерийҙар юҡ.
0+
Айһылыу Низамова.
"Башҡортостан" гәзите.