Башҡортостанда күптән түгел оборона Министрлығы менән килешеү төҙөгән ир-егеттәрҙе махсус хәрби операцияға оҙаттылар. Салауат районы башлығы Марс Кашапов хәбәр итеүенсә, 18 июлдә райондан ике яугир үҙ теләге менән МХО-ға юлланды.
Шуларҙың береһе Руслан Ш. Әлкә ауылынан. Яугир Әлкә ауылында тыуып үҫкән, унда урта мәктәпте тамамлаған. Ул үҙ теләге менән МХО-ға китте.
“Бөтә хеҙмәт һынауҙарын лайыҡлы үтеп, иҫән-һау Еңеү менән әйләнеп ҡайтығыҙ. Имен тормошҡа ҡайтҡас, барлыҡ пландарың тормошҡа ашһын”, — тип изге теләктәрен еткерҙе оҙатҡанда район хакимиәте башлығы Марс Кашапов.
Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, МХО-ға юлланыусы райондаштарыбыҙға хәйерле, изге, имен юлдар теләйбеҙ! Иҫән-һау әйләнеп ҡайт, ҡыйыу егеттәр!