"Рәсәй туры"ның күп көнлөгө алты этаптан торасаҡ, тәүге өс көн республикабыҙҙа түбәндәге график буйынса үтә:
11 июлдә, 1-се этап, 160 саҡрым - (Келәш - Яңы Троицк - Яңы Яҡуп - Келәш). Старт: 11:00
12 июлдә, 2-се этап, 126 саҡрым - (Ҡалтыман - Охлебинин - Ҡалтыман). Старт: 11:00
13 июлдә, 3-сө этап, 120 саҡрым - (Өфө, Еңеү паркы - Биатлон - Еңеү паркы). Старт: 10:00.
Киләһе өс этап Удмурт Республикаһы биләмәһендә үтәсәк, велоуҙыш 16 июлдә тамамланасаҡ, финиш - Воткинск ҡалаһында. «Рәсәй туры» маршрутының дөйөм оҙонлоғо 770 саҡрым тәшкил итә.
Ярыштарҙа илебеҙҙең 18 субъектынан, шулай уҡ Беларусь Республикаһынан иң көслө уҙышсылар ҡатнашыуы күҙаллана, тип яҙа "Республика Башкортостан" баҫмаһы.
- Донъялағы тотороҡһоҙ сәйәси шарттарға ҡарамаҫтан, беҙ илдә халыҡ-ара календарь альтернативаһы була алырлыҡ тағы ла күберәк халыҡ-ара ярыштар үткәреүгә өлгәшәбеҙ. Рәсәй туры Удмурт һәм Башҡортостан республикаларының ғәҙәти булмаған матурлығын һәм мәҙәниәтен күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа дуҫтарса мөхиткә үтеп инер, киләсәктә яңы ҡатнашыусы илдәрҙе йәлеп итер, тип ышанабыҙ, - тип иҫәпләй шоссела велоспорт буйынса Рәсәй йыйылмаһының баш тренеры Иракли Абрамян.
Фото: Альберт Заһиров, "РБ".