Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Май , 16:37

Салауат районы командаһы – еңеүсе!

Дыуан районында төньяҡ-көнсығыш райондарының һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында дартс буйынса зона ярыштары үтте.

Салауат районы командаһы – еңеүсе!
Салауат районы командаһы – еңеүсе!

Ныҡышмалы ярышта Салауат районы инвалидтар ойошмаһы командаһының үҙем спортсылары: Миннислам Вахитов, Руслан Ғәлин, Редик Яныбаев, Сәмиғә Бикбулатова, Мирдиян Әхмәтйәнов, иң күп мәрәйҙәр йыйып, беренсе урынды яуланы!

“Беҙҙең еңеү – команда эше. Күршеләребеҙ ҙә яҡшы сығыш яһаны. Ниһайәт, бергә осрашып, һәр беребеҙҙең сығыштары өсөн шатлана, бер-беребеҙ менән аралаша алыуыбыҙға һәм мөмкин тиклем бер-беребеҙгә ярҙам итеп, ҡаҙаныштарға бергә атларға әҙер булыуыбыҙға ҡыуандыҡ”, – тип хәбәр итте Салауат районы инвалидтар ойошмаһы белгесе Нәфисә Вахитова.

Ярышта дүрт райондан 5 команда ҡатнашты. Атап әйткәндә, Дыуан районынан ике команда: Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең район ойошмаһынан һәм Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Төньяҡ-көнсығыш бүлексәһенән, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Мәсетле, Балаҡатай, Салауат райондары ойошмаларынан.

Фото: Салауат районы инвалидтары ойошмаһы.

 

Салауат районы командаһы – еңеүсе!
Салауат районы командаһы – еңеүсе!
Салауат районы командаһы – еңеүсе!
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: