Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Май , 17:30

Салауат районында "Еңеү марафоны" үтте

Лағыр урта мәктәбе, Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған сараларға старт биреп, “Еңеү марафоны”н (“Пробег Победы”) уҙғарҙы. Спорт-патриотик сара туғыҙынсы тапҡыр үткәрелде.

Салауат районында "Еңеү марафоны" үтте
Салауат районында "Еңеү марафоны" үтте

Быйылғы марафон Лағыр – Урмансы – Башҡорт Илсекәйе (Башташ) ауылдары маршруты буйынса үтте. Унда ололар ҙа, балалар ҙа ҡатнашты. Һәр ауылда митингылар уҙғарылып, һәйкәлдәргә сәскәләр һалынды. Еңеү уҙышында ҡатнашыусылар Еңеү байрағы күсермәһе, Рәсәй һәм Башҡортостан дәүләт флагтары, шулай уҡ Салауат районының, "Янғантау" геопаркы флагтары менән финишҡа килде.

"Беҙҙе Урмансы ауылы халҡы матур итеп ҡаршы алды. Клуб хеҙмәткәрҙәре спортсыларҙы самауыр сәйе, тәмлекәстәр менән һыйланы. Башҡорт Илсекәйе ауылында ла ихлас ҡаршыланылар, мөрсәлимдәр һәм тирмәндәр ялан кухняһында һалдат бутҡаһы бешереп килтергәйне, – тине “Еңеү марафоны”н ойоштороусы, Лағыр урта мәктәбе уҡытыусыһы Ринат Ситдиҡов. – Марафонды Мөрсәлим, Тирмән ауылдарына тиклем ойошторорға планлаштырғайныҡ. Юл насар булыу сәбәпле һәм спорт сараһында ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн кире боролорға мәжбүр булдыҡ.

"Еңеү марафоны"н уҙғарыуға булышлыҡ иткән Лағыр, Урмансы, Мөрсәлим, Тирмән мәктәптәренә, Урмансы, Башташ ауылдары халҡына, Лағыр ауыл советы хакимиәтенә, ауылдаштарға, Боксит коррекция интернат-мәктәбенә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ".

"Еңеү марафоны" спорт-патриотик сараһы Салауат районында уҙған быуаттың 80-се йылдарында үткәрелгән. Уны 2015 йылда Лағыр урта мәктәбенең элекке директоры Ринат Даян улы Ситдиҡов яңынан тергеҙҙе. Лағырҙар йыл һайын тиерлек Бөйөк Еңеү көнө алдынан марафон уҙғара. Улар ауылдан күрше Дыуан, Ҡыйғы райондары үҙәгенә, Силәбе өлкәһенең Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһына һ.б. урындарға тиклем йүгереү ойошторҙо. 

Фото: Лағыр урта мәктәбе.

 

Салауат районында "Еңеү марафоны" үтте
Салауат районында "Еңеү марафоны" үтте
Салауат районында "Еңеү марафоны" үтте
Салауат районында "Еңеү марафоны" үтте
Салауат районында "Еңеү марафоны" үтте
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: