Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Февраль , 11:28

Республикала 55 ауыл тренеры миллион һум алды

2023 йылда Башҡортостанда тренер-уҡытыусылар бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һум аҡса алды, тип хәбәр итте республиканың спорт министры Руслан Хәбибов.

Республикала 55 ауыл тренеры миллион һум алды
Республикала 55 ауыл тренеры миллион һум алды
Фото:Олег Яровиков

 Һүҙ ауыл еренә эшкә ҡайтҡан 55 уҡытыусы хаҡында бара.

Быға «Ауыл тренеры», шул иҫәптән штаттағы физкультура һәм спорт хеҙмәткәрҙәрен арттырыуға йүнәлтелгән программа ярҙамында өлгәшелде. 2020 йылдан 2023 йылға тиклем проект буйынса103 ауыл тренерына 600-әр мең һумлыҡ ярҙам күрһәтелде. Күптән түгел республикала «Ҡала тренеры» программаһы ла старт алды.

Ошо хаҡта тулыраҡ «Башинформ» материалында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2024-02-27/v-bashkirii-55-selskih-trenerov-poluchili-po-millionu-rubley-3659215

Автор:Иван Вавилов
Автор:Гульшат Шамсутдинова
Читайте нас: