Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Ғинуар , 15:00

Рәсәйҙә физкультура хеҙмәттәре өсөн һалым ҡайтармаһын алыу ябайлаштырылды

2024 йылдан физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре өсөн һалым ҡайтармаһын алыу ябайлаштырылды, тип хәбәр итә «Милли өҫтөнлөктәр» ойошмаһы.

Рәсәйҙә физкультура хеҙмәттәре өсөн һалым ҡайтармаһын алыу ябайлаштырылды
Рәсәйҙә физкультура хеҙмәттәре өсөн һалым ҡайтармаһын алыу ябайлаштырылды

Социаль ҡайтарманың бындай төрөн 2022 йылдан үҙең өсөн генә түгел, балалар өсөн дә алырға мөмкин. Иң тәүҙә фитнес-клубтың йәки башҡа учреждениеның Рәсәйҙең Спорт министрлығы төҙөгән исемлектә тороуы шарт. 2024 йылда уға 4088 физкультура-спорт ойошмаһы һәм шәхси эшҡыуар ингән. Ойошмаларҙың күбеһе Мәскәүҙә, Мәскәү өлкәһендә, Башҡортостанда, Свердловск өлкәһендә һәм Красноярск крайында урынлашҡан.

Еңелерәк булһын өсөн һалым түләүсенең күрһәтелгән физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә сығымдарын раҫлаған бер төрлө документ индерелде. Ул ҡайтармаға хоҡуҡты раҫлаған барлыҡ документтарҙы алмаштыра.

Башинформ хәбәр иткәнсә, быйылдан һалым ҡайтармаларының лимиты арттырылды, шул иҫәптән һауыҡтырыу хеҙмәттәренә — 120-нән 150 мең һумғаса.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: