Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Ғинуар , 13:05

Антон Бабиков биатлон буйынса Рәсәй кубогы этабында көмөш призер булды

Башҡортостан спортсыһы Антон Бабиков Ижевскиҙа биатлон буйынса Рәсәй кубогы этабында көмөш призер булды. Атлет спринтта икенсе урынды алды, тип хәбәр итте республиканың биатлон буйынса йыйылма командаһының баш тренеры Виктор Никитин.

Антон Бабиков биатлон буйынса Рәсәй кубогы этабында көмөш призер булды
Антон Бабиков биатлон буйынса Рәсәй кубогы этабында көмөш призер булды

«Бөгөн Антон үҙенең яҡшы әҙерлеген күрһәтте, бер тапҡыр ғына яҙа атты. Эдуард Латипов етенсе блып килде, ете тапҡыр хаталанды. Афарин, егеттәр, ярыш өсөн рәхмәт! Уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ», - тине тренер үҙенең спортсылары хаҡында.

Бынан алдараҡ Эдуард Латипов Чайковскийҙа суперспринтта биатлон буйынса Рәсәй чемпионатында көмөш миҙал алғайны.

«Бөгөн Антон үҙенең яҡшы әҙерлеген күрһәтте, бер тапҡыр ғына яҙа атты. Эдуард Латипов етенсе блып килде, ете тапҡыр хаталанды. Афарин, егеттәр, ярыш өсөн рәхмәт! Уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ», - тине тренер үҙенең спортсылары хаҡында.

 

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: